газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Декабрь 2017, 11:34

Иң яҡшыһы булыу өсөн

«Йыл уҡытыусыһы», «Йыл тәрбиәсеһе» кеүегерәк конкурстар уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең һөнәри оҫталығын күтәрергә ярҙам итә. Яңы быуын балаларының талаптарына яуап бирер өсөн улар заман менән бергә атларға тейеш. Күптән түгел Өфөлә мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары педагогтарының ошондай бәйгеһе уҙҙы. Жюри ағзалары уларҙың һөнәри оҫталығын, яңы ысулдар ҡулланып эш итеүен баһаланы.

Салауаттың данын яҡлап сығыш яһау ҡала конкурсы еңеүсеһе - 49-сы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлнара Темирова өлөшөнә төштө.

- Иң яҡшыһы булыу өсөн 57 педагог көс һынашты. Тәүге турҙы ситтән тороп үттек. Икенсеһендә беҙ ике аҙна буйы Өфөнөң балалар баҡсаларында сабыйҙар менән төрлө дәрестәр күрһәттек. Мин кесе төркөмдә тәрбиәләнеүселәргә ҡышлаусы ҡоштар өсөн миләш суғын яңы ысул менән төшөрөргә өйрәттем. Был уларға бик оҡшаны, ҙур ҡәнәғәтлек менән шөғөлләнделәр. Көҙгө япраҡтар ҙа йыйҙыҡ, уйнаныҡ та, ямғырҙан да йәшендек. Конкурстың өсөнсө этабы «Оҫталыҡ дәрестәре элементтары менән асыҡ сығыш яһау» тип аталды. Миңә «Мәктәпкәсә белем биреүҙең яңы үҫеш йүнәлеше булараҡ туған телдәрҙе өйрәнеү» тигән темаға сығыш яһарға тура килде. Эш тәжрибәм менән уртаҡлаштым, туған телдең башҡорт халҡының мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлауҙағы әһәмиәтен асып бирҙем. «Әгәр илдә үҙеңдең традицияларың юҡ икән, кешеләр башҡа илдәрҙең мәҙәниәтен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен ҡабул итә. Ә был, үҙ сиратында, халыҡтың мәҙәниәте юғалыуына килтерә!» тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн иҫбат итергә тырыштым. Бындай сараларҙа ҡатнашыу кәрәк, башҡаларҙың дәрестәрен ҡарап, сағыштыраһың, һығымта яһайһың. Мине һәр яҡлап дәртләндергән, ярҙам иткән үҙем эшләгән балалар баҡсаһы коллективына, мәғариф идаралығына, уның начальнигы Фруза Хәбибуллинаға, уҡытыу-методика үҙәгенә һәм башҡаларға рәхмәттәремде белдерәм, - ти Гөлнара Ғайса ҡыҙы.

Ҙур стажлы тәрбиәсе киләсәктә лә бындай саралар үткәрелһен ине тигән теләктә.
Читайте нас: