газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Декабрь 2017, 12:00

“Ғәмһеҙлектән азат донъяларҙа”

25-се башҡорт гимназияһында бына шундай фәлсәфәүи исем аҫтында шиғыр байрамы үтте. Иҫ киткес матур тамаша, башҡорт рухы байрамы булды ул. Осрашыу белем усағы уҡыусыларының ижади эштәренән төҙөлгән сираттағы йыйынтыҡтың донъя күреүенә лә арналды.

25-се башҡорт гимназияһында бына шундай фәлсәфәүи исем аҫтында шиғыр байрамы үтте. Иҫ киткес матур тамаша, башҡорт рухы байрамы булды ул. Осрашыу белем усағы уҡыусыларының ижади эштәренән төҙөлгән сираттағы йыйынтыҡтың донъя күреүенә лә арналды.

Сара ҡунаҡтарҙы мәктәптә башҡорт милләте тарихына, тормошона арналған матур музей эше менән таныштырыуҙан башланып китте. Уның экспонаттарын йыйыуға, улар тураһында мәғлүмәт әҙерләүгә уҡытыусылар, уҡыусылар ҙур тырышлыҡ һалған. Музей боронғо ҡомартҡыларға бик бай. Уның менән башҡа мәктәп уҡыусыларына танышыу ҙа бик фәһемле, ҡыҙыҡлы булыр ине.

25-се башҡорт гимназияһында һәләтле балалар етерлек. Тыуған ере, туған теле менән ғорурланған, ябай ғына нәмәләрҙән тыуған хис-тойғоларын шиғ-ри юлдарға һала белгән уҡыусыларҙың булыуы ҡыуандыра. Икенсе яҡтан уларҙы ваҡытында күреп, йүнәлеш биреп ярҙам иткән уҡытыусыларҙың булыуы ла һөйөндөрә. Тап улар балаларҙы дәртләндереп, шиғриәт сәнғәтенә генә түгел, әҙәбиәтебеҙгә, телебеҙгә һөйөү тәрбиәләй. Балалар сәхнәнән тороп үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарҙы айырым бер ғорурлыҡ, аһәң менән һөйләне. Күңелдәрендә ташҡан кисерештәрен башҡалар менән уртаҡлашыуҙан күҙҙәре янып, күңелдәре талпынып торҙо.

- Ысынлап та бында илһөйәр, мил-ли рухлы балалар тәрбиәләнә. Бөгөн-гө урыҫлашыу заманында уҡыусылар “Мин Салауат тоҡомо”, “Телебеҙҙе яҡлайыҡ!”, “Тәбиғәтебеҙҙе һаҡлайыҡ!” тип ялҡынланып шиғыр яҙыуға тотона икән, тимәк, киләсәгебеҙ өмөтлө, - тигән фекерҙәр яңғыраны сараға саҡырылған ҡунаҡтар телмәрендә. Әйткәндәй, улар ҙа байрамға буш ҡул менән килмәгәйне. Ҡалабыҙҙың билдәле шағиры Иҙел Хәлимов, “Сатҡылар” әҙәби берекмәһе ағзалары Нәжибә Фәйзуллина, Наилә Биктимерова, Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназияһы-интернаты уҡыт-ыусыһы Ғәлиә Кәлимуллина үҙҙәренең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Уларҙың һәр ҡайһыһы ижад шәлкемдәренән торған йыйынтыҡтарын белем усағына бүләк итте.

Байрамда шиғриәт осҡоно йөрөтөү-селәрҙең береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Уҡыусыларға ла, уҡытыу-сыларға ла телебеҙҙе, әҙәбиәтебеҙҙе үҫтереүгә индергән өлөштәре өсөн Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә тигәндәй, йәш быуын шиғыр байрамы аша рухи ҡиммәттәрҙең әһәмиәтен аңлағандыр. Был осрашыу уларҙың күңелендә матур хәтирә булып, тағы ла илһамланып ижадҡа тотонорға, әҙәбиәтебеҙ, телебеҙ гүзәллеген, байлығын һаҡлаусы, яҡлаусы булырға тигән ялҡынды яндырып ебәргәндер. Балаларҙың тәүге шиғри аҙымдарынан һуғарылған һуҡмаҡтары киләсәктә изгелеккә, матурлыҡҡа, рух донъяһына әйҙәүсе юл булып ятһын.


Читайте нас: