Уҙған йәкшәмбе Халыҡ-ара Әсәләр байрамы билдәләнде. Ул көндө һәр кем ҡәҙерле кешеһенә булған рәхмәтен, йылы һүҙҙәрен әйтергә ашыҡты. Ҡалабыҙҙың 20-се лицейы ла был датанан ситтә тороп ҡалманы - матур байрам ойошторҙо.
Уҡыу йорто директоры Рәмил Абдуллин байрам тарихына бер аҙ байҡау яһап, изге теләктәрен еткерҙе.
- Ҡәҙерле әсәләр! Байрамығыҙ мөбәрәк булһын. Балаларығыҙ һеҙҙе һәр саҡ уңыштары менән һөйөндөрһөн, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтендә бәхетле ғүмер кисерегеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, иртәгәһе көнгә ышаныс теләйем, - тине ул.
Студенттарҙың күңелдәргә үткес шиғыр-йырҙары сараға саҡырылған өләсәй-әсәйҙәрҙең дә, залда ултырыусыларҙың да күңел ҡылдарын сиртте. Айырыуса Юлиә Ҡотлобаеваның, Ангелина Хөсәйенованың, Диана Әсфәндийәрованың сығышы тулҡынландырғыс булды. Өҫтәмә белем биреү педагогы, художество етәксеһе Галина Клокованың Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында әсәйҙәрҙең күрһәткән батырлығы тураһындағы йыры береһен дә битараф ҡалдырманы.