газета "Салауат"
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
1 Ғинуар 2021, 02:00

Эш һөҙөмтәһен көн дә тоябыҙ

Рәсәйҙең эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө илдә киң билдәләнә. Уҙған йома ошо һөнәри байрам уңайынан “Ағиҙел” мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә тантаналы йыйылыш булды. Сарала Салауат эске эштәр бүлеге начальнигы, полиция полковнигы Илмир Фәхретдинов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Суфия Етеханова, ҡала хакимиәте, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, ведомстволар етәкселәре, тармаҡ алдынғылары һәм ветерандар ҡатнашты.

Тантаналы йыйылышта Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-майоры Роман Деевтың ҡотлау телеграммаһын уҡып ишеттерҙеләр.

Илмир Фәхретдинов барыһын да байрам менән ҡотлап хоҡуҡ һаҡсыларын енәйәтселек һанын кә-метеү йәһәтенән һөҙөмтәлерәк эшләргә, шулай уҡ закон боҙоусыларға ҡаршы ҡатыраҡ көрәшергә саҡырҙы:

- Тәртип һаҡлау органдары үҙ алдында торған яуаплы бурыстарын уңышлы атҡарып килә. Законлылыҡтың үтәлеүе - һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәт емеше. Полицейскийҙар үҙ бурыстарын тәүлек әйләнәһенә башҡара. Бөгөн дә, байрам көнөндә күптәре эш урынында. Был һөнәр егәрлелекте, яуаплылылыҡты талап итә. Һәр хеҙмәткәргә батырлығы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерәм.

Артабан ул алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙең бер төркөмөнә дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Суфия Биктимер ҡыҙы һәм бөтә сығыш яһаусылар ҙа хоҡуҡ һаҡсыларын һөнәри байрамдары менән ҡотланы, уларға ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, бәхет, именлек һәм Ватаныбыҙ файҙаһына хеҙмәттәрендә уңыштар теләне.

Полицейскийҙар байрамы концерт номерҙары менән аралаш барҙы. Айырыуса Салауат эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре Айҙар Мөслимов һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспектор, поли-цияның өлкән лейтенанты Алексей Синель-никовтың йыры барыһына ла хуш килде.

Читайте нас