Битлек режимы шулай уҡ һаҡлана. Был талап ил буйынса ла мотлаҡ тип билдәләнде. “Роспотребнадзор” етәксеһе Анна Попова махсус ҡарарға ҡул ҡуйҙы, уға ярашлы, битлек кейеү талабы ҡануни йәһәттән нығытылған. Штраф күләме лә апаруҡ артты.
Башҡортостанда ноябрҙең тәүге көндәрендә генә лә ике мең самаһы протокол төҙөлгән.
- “Миңә уңайһыҙ, миңә кәрәкмәй”, тип әйтеүселәр бар. Инфекция менән хәлдең нисек икәнлеген бөтәбеҙ ҙә күреп тора. Шуға күрә битлек кейеү - мотлаҡ талап. Үҙегеҙ генә түгел, башҡалар тураһында ла уйлағыҙ. Шуныһын билдәләйем, беҙгә был штрафтар кәрәк түгел. Тик кешеләр был ғәмәлдең мөһим сара икәнлеген аңлаһын ине, - тине Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә.
Шуға ҡарамаҫтан, күптәрҙең “битлек” һүҙен ишетеү менән сәстәре үрә тора. Интернет селтәрендә төрлө имеш-мимештәр тарала башланы, йәнәһе, уны кейеү тын юлдары ауырыуҙарын барлыҡҡа килтереүе ихтимал. Һүҙ юҡ, уны кейеп йөрөү еңелдән түгел, уңайһыҙ ҙа. Әммә ул - вирустан һаҡланыуҙың иң һөҙөмтәле сараһы булып тора. Ауырыу ныҡлап таралыуын күреп, күптәр үҙенең ҡарашын үҙгәртте үҙгәртеүен. Битлектең сирҙән һаҡланыу сараһы булыуына ышанмаусылар әле лә етерлек. Бәлки, штрафтың арттырылған күләмдәре һөҙөмтә бирер? Үҙгәрештәр хаҡында Салауат ҡала прокуроры ярҙамсыһы өсөнсө класлы юрист Николай Шорин һөйләй:
- Рәсәй Федерацияһының Баш дәүләт табибының 16 октябрҙәге “Киҫкен респиратор вируслы инфекцияларҙың һәм киҙеүҙең артҡан осоронда COVID-19 сиренең таралыу хәүефен кәметеү буйынса өҫтәмә саралар тураһында”ғы 31-се ҡарары Рәсәй Федерацияһы биләмәһендәге кешеләрҙең халыҡ күп йөрөгән урындарҙа, транспортта, парковкаларҙа һәм лифттарҙа битлек кейеп йөрөүҙе күҙ уңында тота. Ҡарар 28 октябрҙән үҙ көсөнә инде.Был талап шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 18 марттағы “Башҡортостан Республикаһында коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе менән бәйле Башҡортостан Республикаһында “Юғары әҙерлек” режимын булдырыу тураһында”ғы 111-се Указының 5-се пункты менән ҡаралған. Штраф күләме түбәндәгесә:
- граждандарға - 15 меңдән 40 меңгәсә;
- вазифалы кешеләргә - 50 меңдән 150 меңгәсә;
- юридик шәхес булып теркәлмәгән эшҡыуарҙар өсөн 50 меңдән 150 меңгәсә йәки өс айға тиклем эшмәкәрлеген туҡтатыу;
- юридик берәмектәргә - 250 меңдән 500 меңгәсә йәки өс айға тиклем эшмәкәрлеген туҡтатыу.
Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы протоколдарҙы төҙөү эске эштәр органдарының һәм Роспотребнадзорҙың вазифалы кешеләренә йөкмәтелә, - ти Николай Николаевич.
Элек иһә беренсе тапҡыр тотолғандарға иҫкәртеү генә бирелә йә иһә иң аҙ 1 мең һум күләмендә штраф һалына ине. Хәҙер, күреүегеҙсә, штрафтың иң минималь күләме 15 мең һум. Кемдеңдер айлыҡ эш хаҡы был. Ауырыған кеше эргә-тирәһендәгеләрҙең дә ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Яныңда битлекһеҙ сөскөрөп-йүткереүселәр торһа, бер ҙә матур күренеш түгел. Сир йоҡтороу ихтималлығы бермә-бер арта. Ә битлек һаҡлаусы сара булып хеҙмәт итә.