газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
25 Сентябрь 2020, 11:20

Насар ғәмәл - боҙолған яҙмыш

Салауатта полицейскиҙар теплицала киндер үҫтереүсе ирҙе ҡулға алған. Уға 10 йылға иркенән мәхрүм ителеү янай.

Был ир үҙенең баҡса участкаһында махсус рәүештә йыһазландырылған теплицала киндер үҫтергән. Хоҡуҡ һаҡсылары унан 24 килограмм киндер үҫентеләрен тапҡан. Хоҡуҡ һаҡлау органдарынан хәбәр итеүҙәренсә, дәүләт наркотиктарҙы контролләү хеҙмәте наркотик матдәле 112 үҫентене тартып алған. Тикшереү барышында полицейскиҙар баҡса йортонда шулай уҡ 600 грамм марихуана таба.
Баҡса хужаһын Эске эштәр министрлығы бүлегенә алып киләләр һәм унда ғәйепләнеүсенән яҙма мәғлүмәттәр алына. Уға ҡарата 228-се “Наркотик матдәләр етештереү, һатыу” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ир кеше әле һаҡ аҫтында һәм уны өс йылдан алып ун йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙәре мөмкин.
Салауат ҡалаһының полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан наркопритон юҡ ителде.
Был фатирҙа наркомандар бергә йыйылып, тыйылған матдәләрҙе ҡулланған була. Быны оператив-эҙләнеү саралары барышында хоҡуҡ һаҡсылары асыҡлай. Йорт хужаһы ишетеү һәләтен юғалтҡан яңғыҙ 34 йәшлек ир булып сыға. Тәүҙә һаңғырау ир йәшәгән урынға эске ойоштороу өсөн асоциаль тормош рәүеше алып барған кешеләр йыш йыйыла. Бер аҙҙан фатир хужаһын осраҡлы танышы үҙ тәрбиәһенә ала. Шул рәүешле саҡырылмаған ҡунаҡтарҙан ҡотолалар. Рәхмәт йөҙөнән инвалид ир ҡотҡарыусыһына наркотик матдәләрҙе ҡулланыу өсөн килергә рөхсәт итә, өҫтәүенә ул үҙе лә был насар ғәмәл менән шөғөлләнгән була. Ир-егеттәрҙең компанияһына ике йәш кенә ҡыҙ ҙа ҡушыла, уларҙың береһе хатта балиғ йәшенә етмәгән була. Был турала фатир хужаһы тикшеренеү барышында ғына белә.
Наркотиктар ҡулланыу өсөн фатирҙы даими тапшырған өсөн 34 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла.
- Ҡулға алған мәлдә ирҙә спайс тип аталған наркотик матдә табыла. Ул үҙ ғәйебен тулыһынса таныны, ағыулы матдәне ҡулланыуын да, торлағын биреүен дә инҡар итмәне, - тип һөйләй өлкән тикшереүсе юстиция майоры Евгения Капошко.
Әлеге ваҡытта енәйәт эшен тикшереү тамамланған һәм судҡа тапшырылған. Хоҡуҡ боҙоусыға 10 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, тикшеренеү бары-шында ирҙең күршеләре хоҡуҡ һаҡсыларына башҡарған эштәре өсөн рәхмәт белдергән. Улар при-тон юҡ ителгәндән һуң подъезда таҙа, тыныс һәм хәүефһеҙ булып ҡалыуына шатланған.
Илмира ХӘЙБУЛЛИНА.
Читайте нас: