Дежур бүлеккә 33 йәшлек ханым велосипед урлау тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә. Оператив-эҙләү төркөм ҡатындың улы велосипедын төнгөлөккә подъезда ҡалдырыуын һәм шунан эҙһеҙ юғалыуын асыҡлай.
Тәжрибәле оперативниктар тәүлек эсендә бурҙың эҙенә төшә. 16 мең һумлыҡ велосипедты урлауҙа 16 йәшлек үҫмер ғәйепләнә. Урланған әйбер тартып алына.
Йәш кеше үҙ ҡылығын велосипедта махсус трюктар эшләргә өйрәнеү өсөн алдым, тип аңлата. Ҡустыһы менән икеһен яңғыҙы тәрбиәләгән әсәһенең велосипед һатып алырға аҡсаһы булмай.
Бер ай элек 42 йәшлек ир-егеттең 12 меңлек телефонын урлағас та ошондай уҡ аңлатма бирә йәш кеше.
Әлеге ваҡытта енәйәт эшен ҡуҙғатыу мәсьәләһе ҡарала.
Быйыл Салауат ҡалаһы буйынса 28 велосипед урлау факты теркәлгән. Транспорт сараһын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, төнгөлөккә подъезда түгел, өйөгөҙгә алып керегеҙ тип иҫкәртә полиция хеҙмәткәрҙәре.
Илмира Хәйбуллина.