газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
7 Август 2020, 11:06

Шәсхи мәғлүмәтте сит кешеләргә хәбәр итмәгеҙ

Салауат ҡалаһында бер нисә кеше ялған банк хеҙмәткәрҙәре менән аралашҡандан һуң аҡсаһын юғалта.

Бер көн эсендә полиция бүлегенә аҡса урлау тураһында ғариза менән күп кенә халыҡ мөрәжәғәт итә. Йәнәһе, билдәһеҙ кешеләр аҡсаларын урламаһын өсөн, банк вәкилдәре иҫәп тотоусыларға шылтыратып, милектәрен башҡа иҫәпкә күсерергә, йә иһә карталарын ябырға тәҡдим итә. Бындай алымға йәштәр ҙә, оло кешеләр ҙә эләгә. Енәйәтселәр һөйләшкәндә шәхси мәғлүмәткә эйә булыуҙары, банк хеҙмәткәрҙәре икәнлегенә шик тыуҙырмай күптәрҙә.
Атаһының исеме менән мөрәжәғәт иткән ялған банк хеҙмәткәренә 38 йәшлек ханым да ышана, етмәһә Мәскәү коды күренә экранда. Шәхси кабинетын ватып, билдәһеҙ кеше 50 мең һумға кредит юллаған тип хәбәр итә ҡатынға мутлашыусы. Бер ниндәй ҙә кредит юлламаным тигәс, тәҡдим ителгән аҡсаны кире ҡайтарыу өсөн банк картаһының һуңғы 4 һанын әйтеүҙе һорай.
Сәғәт ярым тирәһе һөйләшеү ваҡытында ҡатын картаһында булған бөтә аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға. “Ҡыҙыу линия”ға шылтыратҡас, иҫәбендә булған аҡсанан тыш, уның исеменә юлланған 56 мең һумлыҡ кредит та юҡ булыуын белә. Дөйөм алғанда, 90 мең һумлыҡ зыян күрә.
Ошондай уҡ ысул менән 29 йәшлек ханымдың - 82 мең һум, 32 йәшлек ҡатындың - 100 мең һум аҡсаһы елгә оса.
Урлау факты буйынса ҡабул ителгән ғаризалар тикшерелә, енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе ҡарала.
Банк карталары тураһында, смс-кодтар, башҡа шәхси мәғлүмәтте сит кешеләргә хәбәр итмәгеҙ, тип иҫкәртә полиция хеҙмәткәрҙәре. Шик тыуҙырған осраҡта “ҡыҙыу линия”ға шылтыратығыҙ, аҡсағыҙ янығыҙҙа ҡалыр.
Илмира Хәйбуллина.
Читайте нас: