газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
24 Июль 2020, 11:16

Урлаған да, урлатҡан да ғәйепле

Мутлашыусылар кешеләрҙе алдауҙан туҡтамай, айырыуса оло йәштәгеләр тоҙаҡҡа йыш эләгә, һаҡ булығыҙ, сит кешеләр менән аралашмағыҙ, тип ҡат-ҡат һөйләнелһә лә, әйтелһә лә, алданыусылар һаны бер ҙә кәмемәй, ә артҡандан-арта ғына бара.

Йома көн, эштәрҙе тамам-лап, ауыл яғына ҡайтырға йыйынып йөрөйбөҙ. Иптәшем-дең телефонына сит номер шылтырата. Бәлки, кәрәк кешелер тип, алырға булды. Үҙе менән таныштырып, иптәшемә булған үтенесен һөйләп бирҙе. Баҡтиһәң, ҡатынының өләсәһе мутлашыусылар тоҙағына эләккән икән. Ә беҙҙең йорт алдына ирем видеокүҙәтеү ҡоролмаһы ҡуйҙыртҡайны. Инәй әйтеүенсә, тегеләр ҡулына ошо тирәлә аҡса тапшырған. Шул яҙманы һорап мөрәжәғәт итә икән зыян күреүсенең кейәүе. Ҡарайыҡ һуң, булмаһа, тип теге ирҙе өйгә саҡырҙыҡ. Шунда бөтә булған хәлде һөйләп бирҙе лә инде ул.
- Өләсәйгә 80 йәш. Аллеяға саф һауа һуларға сыҡҡан булған. Яңғыҙ йөрөгәнен күреп, өҫтәүенә йәше лә оло, уны таныш булмаған кешеләр килеп сәләмләй, һаулыҡ һорашалар. Оло кеше, ғәҙәттә, һәр ваҡыт аралашыуға һыуһай. Былар менән һөйләшеп, әңгәмәләшеп киткән. Шунда тегеләр унда көслө сихыр булыуын әйткән. Өләсәй ҡурҡыуға төшкән, быларҙың бөтә талаптарын үтәргә әҙер булыуын белдергән. Уғрылар оло йәштәгенән бешкән йомортҡа алып килергә һәм өйҙәге бөтә булған аҡсаларҙы сығарырға ҡушҡан. Бер кемгә лә шылтыратырға ярамай, юғиһә, йола килеп сыҡмай, йәнәһе. Уны гипнозлағандарҙыр, тип уйлайым. Сөнки бер кемгә өндәшмәне лә, әйтмәне лә. Эш үткәс кенә барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе. Ләкин һуң ине инде. Бөгөн дә аллеяла осрашып, теге аҡсаны өшкөрөп, кире ҡайтарып бирергә вәғәҙәләгәндәр, әммә...күреп тораһығыҙ, бер кем дә юҡ. Әллә күпме көтөп ҡараған булдыҡ. Йәмғеһе 160 мең аҡсанан ҡолаҡ ҡаҡты өләсәй, - тип бәйән итте егет.
Мутлашыусыларҙың тоҙағына эләккән оло кеше бик йәл. Ә тегеләре иһә, тағы берәүҙе эләктерҙек тоҙаҡҡа тип, шатланаларҙыр әле. Кеше иҫәбенә тамаҡ туйҙырыусылар бигерәк күбәйҙе бит. Гона-һынан да ҡурҡмайҙар. Ҡыҙға-нысҡа ҡаршы, был ваҡиғанан яҙмала бер нимә лә күренмәне. Эй, бер ҡатлы, инәй-бабайҙар! Һиҙгерлегегеҙҙе, уяулығы-ғыҙҙы юғалтмағыҙ. Һуңғы тине тип тә тормаҫтар, бер нәмәһеҙ ҡалдырырҙар үҙегеҙҙе. Һаҡ булығыҙ. Мөмкинлегегеҙ булһа, тәү сиратта, яҡындарығыҙға шылтыратығыҙ. Һис юғында, таныш булмаған кешеләргә ишек асмағыҙ, улар менән һөйләшмәгеҙ.
Салауат ҡалаһы эске эштәр бүлегенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, 14 июлгә ҡарата 117 мутлашыу осрағы асыҡланған. Уларҙың 75 проценты дистанцион рәүештә башҡарылған. Ошо уҡ осорҙа банк карталарынан урлауҙың 109 осрағы теркәлгән. Хоҡуҡ һаҡсыларының әйтеүенсә, бындай юл менән башҡарылған енәйәттәр бик ҡатмарлы һәм уларҙың эҙенә төшөү ҙә ауырға тура килә. Сөнки енәйәтселәр башҡа төбәктәрҙә йәшәй, сит кешеләрҙең банк карталарын ҡулланып эш итә.
Читайте нас: