газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
22 Май 2020, 11:54

Велосипедығыҙҙы һаҡлағыҙ

Күптәр велосипедты уңайлы транспорт төрө тип һанай. Бензин дә кәрәк түгел, сәләмәтлек өсөн дә файҙалы. Велосипед миҙгеле асылыу менән ҡараҡтар ҙа һиҙгерерәк була башлай кеүек.

Бер йылды күршем йүгереп ингән. «Баҡсаға барғайным. Велосипедымды подъезда ҡалдырып, фатирыма күтәрелдем. Биге лә бар ине. Биш минуттан сыҡһам, елдәр иҫкән», - ти аптырап. Тегеләй йүгерештек, былай йүгерештек, әммә уғрының ҡойроғон тотоп булманы. Шулай, бер йәй ауылдан килгәндә улымдың велосипедын тағылмаға һалдыҡ. Төшөп ҡалмаһын тип, артҡа ҡарап килдек. Бер мәл велосипедтың юҡлығын шәйләп ҡалдыҡ. Шунда уҡ кире боролдоҡ. Әммә, ваҡыт бик аҙ үтеүгә ҡарамаҫтан, «сәпит»те таба алманыҡ. Кемдер күктән төшкән байлыҡ, тип, машинаһына һалып алып китте, ахырыһы.
Салауат ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлегенә 38 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. Үҫмерҙәрҙең велосипедын ҡала дөйөм ятағының фойеһынан урлағандар. Төнгөлөккә ҡарауһыҙ ҡал-дырған велосипедынан 58 йәшлек ханым да ҡолаҡ ҡаға. Полиция хеҙмәткәрҙәре тағы бер тапҡыр иҫкәртә: махсус йоҙағы булһа ла, уны подъездарҙа, йорт янында ҡалдырмағыҙ, иң яҡшыһы - фатирға индереп ҡуйыу. Тиҙ генә йомошҡа сыҡһағыҙ ҙа, хәүефһеҙлек сараларын күрергә онотмағыҙ. Уны видеокүҙәтеү урынлашты-рылған ерҙә ҡалдырыу отошлораҡ. Шулай ҙа, транспортығыҙҙы ҡалдырырға тура килһә, тиҙ һүтеп алынмалы әйберҙәрҙе, мәҫәлән, велосипедтың компьютерын, насосты, фонарҙе, хатта ултырғысын да үҙегеҙ менән алығыҙ. Бындай велосипедтар бурҙарҙың иғтибарын әллә ни йәлеп итмәйәсәк. Велосипед һатып алғанда документтарын мотлаҡ һаҡлағыҙ. Теге йәки был сәбәптәр арҡаһында документтар юҡ икән, раманың сериялы номерын, велосипедтың үҙен фотоға төшөрөгөҙ, айырым билдә-ләрен (аксессуарҙары, наклейкалары, сыйылған-һыҙылған урындары) хәтере-геҙҙә ҡалдырығыҙ. Был урланған мөлкәтте эҙләгәндә бик ярҙам итәсәк.
Ошондай ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү ҙә хәүеф-хәтәрҙән һаҡлар. Бер ваҡытта ла ҡулдан документтары булмаған велосипед һатып алмағыҙ. Был осраҡта урланған велосипед хужаһы булыуығыҙ ихтимал. Шулай ҙа, транспортығыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡҡанһығыҙ икән, кисекмәҫтән был турала полицияға мөрәжәғәт итегеҙ.
Читайте нас: