Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
22 Май 2020, 11:58

Еңел аҡсаның арты ауыр була

Салауат ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлегенең наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса бүлексә хеҙмәткәрҙәре оператив-эҙләү саралары барышында наркотиктарҙы йәшереп таратыусы 24 йәшлек Стәрлетамаҡ кешеһен ҡулға алған.

Шәхси тикшереү барышында полимер пакеттарға онталған матдә һалынған 19 төргәк табылған. Шулай уҡ ҡулға алыныусының автомобилендә лә ошондай уҡ 16 төргәк булыуы асыҡланған. Экспертиза күрһәтеүенсә, төргәктәрҙәге матдә наркотик булып иҫәпләнә. Уларҙың дөйөм ауырлығы 7 грамм тәшкил иткән. Ир-егеттең йәшәү урынын тикшергәндә полицейскиҙар тағы 350 грамм наркотик тапҡан.
- Әлеге ваҡытта наркотиктар һатыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү бара. Ҡулға алыныусы һаҡ аҫтында, - ти Салауат ҡалаһы эске эштәр бүлегенең тикшереү бүлеге начальнигы урынбаҫары Альберт Ваһапов.
Ғәйепләнеүсенең һүҙҙәре буйынса, ул был килемле, әммә законһыҙ бизнес менән бер нисә йыл шөғөлләнгән. Алынған килеменә ул рәхәтләнеп йәшәгән: ҡыйбатлы курорттарҙа ял иткән, күңел асҡан. Әммә Салауат ҡалаһы оперативниктарының тырыш хеҙмәте уның был яуыз ҡылығына кәртә ҡуйған. Ирҙең ҡара эше артында күпме кеше ғүмерҙәре ята.
Иргә ғүмерлеккә иректән мәхрүм ителеү янауы ихтимал.
БР-ҙың Эске эштәр министрлығының
матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: