газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
7 Февраль 2020, 11:29

Мутлыҡ - хурлыҡ

Салауат ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлегенә бер нисә кеше сәйер хәлде асыҡлауҙы һорап ғариза яҙа. Микрокредит ойошмаһында уларҙың исеменә ниндәйҙер займ юлланған,ысынбарлыҡта улар уны алмаған.

Тикшереү барышында ике ҡатын һәм ир кешенең уртаҡ таныштары арҡаһында бурысҡа батыуҙары асыҡлана.
Ике балиғ булмаған бала әсәһе, клининг компанияһында эшләп йөрөүсе 29 йәшлек ҡатын, күп тапҡыр законһыҙ юл менән матди хәлен яҡшыртыу өсөн, микрозайм менән файҙаланған. Ханым өйөнән дә сыҡмай ғына, интернет аша кредит юллай. Заемсы урынына үҙенең яҡындарын яҙа. Килешеүҙе рәсмиләштереү өсөн паспорт күсермәһен табыу уға ауырлыҡ тыуҙырмай. Кешеләр бурыстары барлығын кредит ойошмалары хеҙмәткәрҙәре аша белә.
- Әлеге ваҡытта мутлыҡ факты буйынса енәйәт эше тикшерелә. Ҡатын элек енәйәт яуаплылығына тарттырылмаған. Ул үҙенең ғәйебен таный, - ти Салауат эске эштәр бүлегенең тәүтикшереүсеһе, полиция майоры Оксана Ғәббәсова.
Был енәйәт өсөн 2 йылдан алып иректән мәхрүм ителеү ҡаралған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре, үҙ сиратында, граждандарға иғтибарлы булырға, шәхси документтарына һаҡсыл булырға өндәй.
***
Салауат полиция бүлегенә ВАЗ-21074 еңел машинаһы юғалыуы тураһында ғариза менән ир кеше мөрәжәғәт итә.
Ваҡиға буйынса уҙғарылған сара барышында “семерка” күрше урамда икәнлеге асыҡлана. Эксперт машина торған урынды тикшереү ваҡытында эҙҙәргә тап була. Улар элек балиғ булмағандар эштәре буйынса профилактик иҫәптә тороусы 18 һәм 19 йәшлек егеттәрҙеке булыуын күрһәтә.
Әлеге ваҡытта йәш кешеләр ҡулға алынған, яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында мәсьәлә хәл ителә.
Илмира Хәйбуллина.
Читайте нас: