газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
7 Февраль 2020, 11:22

Фатир һеҙҙең генә милкегеҙ һанала

Ҡатыным менән айырылыштыҡ. Фатир өйләнешкәнгә тик-лем үк минең исемгә хосусилаштырылғайны. Уны фатирҙа теркәнем. Хәҙер прописканан төшөргә теләмәй. Нимә эшләргә кәңәш итәһегеҙ?Нәзир.

Флүрә ҒӘФҮРОВА, БР Адвокаттар коллегияһының коммерцияға ҡарамаған филиалы адвокаты яуап бирә.
Хосусилаштырылған фатир һеҙҙең генә милкегеҙ һанала. Шуға милекте бүлгәндә ул иҫәпкә алынмай. Торлаҡ кодексына ярашлы, һеҙгә уны прописканан төшөртөү тураһындағы ғариза менән судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Һорауҙарығыҙҙы редакцияға яҙып ебәрегеҙ йәки 32-03-92 телефонына шылтыратығыҙ.
Читайте нас: