Кәңәшмәлә БР буйынса эске эштәр министры урынбаҫары Олег Олейников, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Нил Ғабрахманов ҡатнашты.
Оператив-хеҙмәт эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында Салауат эске эштәр бүлеге начальнигы Илмир Фәхретдинов һөйләне.
- Салауатта 1 мең кешегә 11 енәйәт тура килә, республика буйынса был күрһәткес 14-кә тиң. Барлығы 637 кеше енәйәт яуаплылығына тарттырылды, - ти Илмир Миҙхәт улы. - Үлтереү, көсләү, юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә һәм кеше һаулығына ауыр йәрәхәттәр ҡылып үлемгә алып килгән осраҡтар 100 процентҡа асыҡланды.
Алып барылған профилактик саралар йәмәғәт урындарындағы енәйәттәрҙе, үлтереүҙе, һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү, кеше милкен урлау, талау кеүек енәйәттәрҙе кәметеүгә булышлыҡ иткән.
Ҡаланың эске эштәр бүлеге начальнигы белдереүенсә, былтыр бик күп юл-транспорт ваҡиғалары теркәлгән. 18 меңдән ашыу тапҡыр юл ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары билдәләнгән. Эскән килеш руль артына ултырыусыларға ҡарата 345 административ протокол төҙөлгән. Шулай уҡ мутлашыу, интернет, телефон аша банк карталарынан аҡса урлау осраҡтарының күбәйә барыуы ла борсоуға һала. Илмир Фәхретдинов һүҙҙәренсә, иҫкәртеү саралары алып барылһа ла, халыҡ һаман да бурҙарҙың ҡармағына эләгә. Шуға күрә лә быйыл был йүнәлештә профилактика эшен тағы ла көсәйтергә кәрәк.
Төрлө енәйәттәрҙе асыҡлауҙан тыш, ҡалабыҙҙың хоҡуҡ һаҡсылары 137 сарала йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа ҡатнашҡан. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Нил Ғабрахманов Салауат полицияһының ошо сараларҙа хәүефһеҙлекте тәьмин иткәндәре һәм, ғөмүмән, көндәлек хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.