Полиция бүлегенә 40 йәш-лек ир мөрәжәғәт итә. Ир-егет интернет селтәрендәге сайт аша 300 мең кредит юллай. Һуңынан асыҡланыуынса, мутлашыусыларға эләгә, стра-ховка хеҙмәтен түләү, кредит килешеүен килтереү кеүек төрлө алдауҙарға ышанып 80 мең һумдан ашыу аҡсаһын юғалта.
Енәйәтселәр ҡулына 51 йәшлек ир ҙә эләгә. Был осраҡта банк хеҙмәткәре тип шылтыратыусыға карта һәм үҙе тураһындағы бөтә мәғлүмәтте әйтеп бирә. Күпмелер ваҡыт үткәс, картаһында булған 49 мең һум аҡсаһы икенсе иҫәпкә күсерелгәс кенә, полицияға ярҙам һорап мөрәғәжәт итә.
38 йәшлек ҡатын самолетҡа билет һатып алыр өсөн, быға тиклем ҡулланған сайтҡа инә. Әммә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында билет өсөн аҡса икенсе иҫәпкә күсә.
Мутлыҡ, урлау факттары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыл-ған, тикшереү алып барыла.
Салауат ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлеге ҡала халҡын иғтибарлы булырға саҡыра. Енәйәтселәр ҡорбаны булмаҫ өсөн сит кешегә үҙегеҙ тураһында мәғлүмәт бирмәгеҙ.