газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
29 Ноябрь 2019, 12:47

Йәштәрҙе һаҡлайыҡ, халыҡты аралайыҡ

Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә киң мәғлүмәт саралары етәкселәре һәм журналистары өсөн “Заманса йәмғиәттә терроризм идеологияһы: киң мәғлүмәт сараларында һәм интернет селтәрендә профилактика һорауҙары” тигән семинар ойошторолдо. Унда республиканың төрлө матбуғат вәкилдәре ҡатнашты.

Осрашыуҙа төрлө белгес-тәр сығыш яһаны. Бигерәк әлеге заманда киң файҙала-нылған социаль селтәрҙәге мәғлүмәттәрҙең әһәмиәте тураһында һүҙ барҙы. Дондағы Ростов ҡалаһынан килгән ҡунаҡ, терроризмға һәм экстремизмға мәғлүмәти яҡтан ҡаршы тороу милли үҙәгенең фәнни хеҙмәткәре Кира Дружинаның сығышы фәһемле булды. Ул журна-листарҙың интернеттағы фейктарға, йәғни ялған яңы-лыҡтарға ышанырға тейеш түгеллеген, һәр мәғлүмәтте тикшереп, реаль факттарға таянып әҙерләргә кәрәклеген иҫкә төшөрҙө. Киң мәғлүмәт саралары үҙҙәренең сайт-тарына кешеләрҙе йәлеп итеү өсөн мәҡәләләрҙе, яңылыҡтарҙы ҡыҙыҡлы итеп атарға тырыша, тик һәр һүҙ үлсәп яҙылыуы мотлаҡ, тине ул. Йәш кеше социаль сел-тәрҙә ялған исем менән тер-кәлдем, мин ул мәғлүмәтте ҡуйһам да, бер кем дә белмәйәсәк, тип уйлауы дөрөҫ түгел, хәҙерге заманда сәхифә хужаһын асыҡлау бер ни тормай.

- Социаль селтәрҙәрҙә нимәлер яҙыр, репост эшләр алдынан уны төшөнөргә, ул мәғлүмәттең эсендә терроризмға, экстремизмға ниндәйҙер йәшерен саҡырыу һүҙҙәре яҙылмағанмы икәненә инанырға кәрәк һәм ошо фекерҙе кешеләргә, бигерәк тә йәштәргә еткереү бурысы тора киң мәғлүмәт саралары алдында. Төрлө террористик ойошмаларға кешеләрҙе ылыҡтырыусылар бик яҡшы психолог, улар үҫмерҙәрҙең аңын томалау һәләтенә эйә. Йәштәрҙе ошо яңылыш аҙымдарҙан һаҡлап ҡалырға кәрәк, эҙемтәләре бик насар булыуы мөмкин, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды белгес.

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Комитетының этноконфессиональ мөнәсә-бәттәр буйынса ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса эксперттар советы рәйесе Вячеслав Пятков дин мәсьәләләрен яҡтыртҡанда бик ипле яҙырға кәңәш бирҙе. “Һәр хәлдә беҙҙең республикала дини өлкәлә тыныслыҡ, татыулыҡ, кешелер араһында башҡа милләт, дин вәкилдәренә ҡарата ихтирам тантана итә. Шуға күрә лә ошо йүнәлештә күберәк ыңғай ваҡиғалар, хәлдәр тураһында яҙыу мөһим”, - тине Ҡоролтай вәкиле.
Читайте нас: