газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
8 Ноябрь 2019, 12:06

Сафта - намыҫлы һәм яуаплы йәштәр

Донъялағы һәр һөнәрҙең үҙ тәғәйенләнеше бар. Полиция хеҙмәткәрҙәренең иңендә иң яуаплы бурыстарҙың береһе - хоҡуҡ һәм тәртип һаҡлау, илебеҙҙең тотороҡлолоғон, халыҡтың тыныс, имен тормошон тәьмин итеү ята. Уларҙың эше еңел түгел. Шуға ла тик көслө, ҡоростай характерлы, сыҙамлы ысын ир-егеттәрҙең генә хоҡуҡ һаҡсыһы булырға ынтылышы, көслө теләге һүнә алмайҙыр. Мәҫәлән, маҡсатлы, тәүәккәл йәш Динар Әминев кеүектәрҙең.

Һалдат тормошона тиң сафты бөгөн шундай йәштәре-беҙ тулыландыра икән - быға ҡыуанырға ғына кәрәк. Динар Әминев Салауат эске эштәр бүлегендә 2017 йылдан алып эшләй. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалын тамамлап, әрмелә хәрби бурысын үтәп ҡайтыу менән, ҡалабыҙҙың эске эштәр бүлегенә хеҙмәткә килә. Бөгөн ул өлкән оператив дежур, полиция лейтенанты.

Йәш белгестең иңенә йөкмәтелгән бурыс яуаплы.

- Халыҡтан килгән мөрәжә-ғәттәрҙе, хәбәрҙәрҙе, ғариза-ларҙы ҡабул итәбеҙ, енәйәттәр һәм ваҡиғалар тураһында хәбәрҙәрҙе нарядҡа һәм енә-йәтте тикшереү-оператив төр-көмгә йүнәлтәбеҙ. Был хәлдәр буйынса бик етеҙ ҡарарҙар ҡабул итергә тейешбеҙ, - ти Динар Рәмил улы.

Йәш булыуына ҡарамаҫтан, эштең бөтә тәртибен белеп тора. Иртәле-кисле туҡтауһыҙ телефон шылтырауына, төрлө кешеләр менән аралашырға тура килеүенә лә хәҙер инде күнегеп бөткән. Эше үтә лә тынғыһыҙ булһа ла, зарланмай егет.

- Көн тип тормай, төн тип тормай эшләргә тура килһә лә, эшем оҡшай. Полицияға мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһы менән дә ихтирамлы итеп һөйләшергә, хәлдең асыҡланып, яҡшы сиселеш табырына ышандырырға тырышабыҙ. Кешеләр Салауат эске эштәр бүлегенә, хоҡуҡ һағында тороусыларға күҙ төбәп, ярҙам һорай икән, ышанысты аҡларға кәрәк, - тигән фекерҙә Динар Әминев.

Уны коллективта ла яҡшы ҡабул иткәндәр. Тәүҙә эштең айышына төшөнөргә өлкәне-рәктәр ярҙам итһә, хәҙер инде ул үҙе эштең бөтә нескәлектәрен башҡаларға еткерергә әҙер. Хеҙмәт юлына баҫҡанынан бирле үҙенә йөкмәтелгән вазифаһын намыҫ һәм ҙур яуаплылыҡ менән башҡарыусы эшһөйәр, төплө белемле хеҙмәткәр итеп күрһәтә алыуы өсөн уны коллегалары хөрмәт итә.

Полиция лейтенанты әлегә өйләнмәгән. Оҙаҡламай туй буласаҡ, тине ул. Динарҙың кәләше уның тынғыһыҙ хеҙмәтен аңлап ҡабул итер һәм уға һәр ваҡытта терәк булыр, тип ышанғы килә.


Читайте нас: