газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
18 Октябрь 2019, 11:07

Ҡомарлы селтәрҙәр

68 йәшлек ир полиция бүлегенә ғариза менән мөрәжәғәт итә. Ул үҙенең ышаныусанлығы арҡаһында билдәһеҙ кешеләргә 9 мең һум аҡса күсерә.

68 йәшлек ир полиция бүлегенә ғариза менән мөрәжәғәт итә. Ул үҙенең ышаныусанлығы арҡаһында билдәһеҙ кешеләргә 9 мең һум аҡса күсерә.

Оператив төркөм асыҡлауынса, пенсионер улына интернетта 130 меңгә гаражын һатыу тураһында иғлан урынлаштырырға ҡуша. Билдәһеҙ кеше шылтыратып, гараж тураһында һораша һәм һөйләшеү ваҡытында һатыулашып тормайынса һатып алырға риза булыуын белдерә. Хужаның ышанысын шул тиклем яулай, хатта 9 мең аҡса биреп тороуын үтенә, уны гараж өсөн аҡса биргәндә ҡайтарам, ти. Ышаныусан пенсионер банкоматҡа барып үҙенең иҫәбенән ситкә аҡса күсерә.

***

Ҡуртымға фатир алам тип, 3 мең аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға 23 йәшлек ҡыҙ. Популяр социаль селтәрҙәрҙең береһендә күсемһеҙ милек төркөмөнә юлыға. Уның мөрәжәғәтенә тиҙ генә яуап бирәләр һәм бер фатирҙың фотоларын ебәрәләр. Тәҡдим ителгән торлаҡҡа алдан 3 мең һум аҡса күсерергә кәрәклеген дә яҙалар, әгәр ҙә түләнмәһә, фатир башҡаға бирелә, тиҙәр. Ҡыҙ аҡса күсереү менән бәйләнеш тә юғала.

***

Ҡаланың полиция бүлегенә 52 йәшлек ханым мөрәжәғәт итеп, бер нисә сәғәт элек банк картаһынан 30 мең һум аҡса юғалыуы тураһында ғариза яҙа. Полиция хеҙмәткәрҙәре зыян күреүсенең телефонына банк картаһынан аҡса күсерелеүе тураһында смс-хәбәр килеүен асыҡлай. Әгәр операция дөрөҫ башҡарылмаһа, бәйләнеш өсөн телефон номеры ла бирелгән. Ҡатын шунда уҡ күрһәтелгән номерҙы йыя. Уға исем-шәрифе менән өндәшкән кешенең банк хеҙмәткәре булыуына ышана. Шулай уҡ үҙенең банк картаһының номерҙарын, бөтә булған мәғлүмәтте әйтә. Банк хеҙмәткәре телефонына килгән смс-хәбәрҙе әйтеүен һорай. Шунда ғына ҡатын уның аҡсаһын күсерергә тырышыуҙарын аңлап ҡала. Әммә эш үткән була - 30 мең аҡсаны ҡулға төшөрөү өсөн мутлашыусыларға ошо мәғлүмәт тә етә.

***

Кискә табан полиция бүлегенә ярҙам һорап бер ҡатын мөрәжәғәт итә. 67 йәшлек уҡытыусыға социаль селтәр аша элекке танышы яҙа. Виртуаль аралашыу барышында ул өҫтәмә аҡса эшләргә тәҡдим итә. Уның өсөн банк картаһының номерын һәм смс аша килгән кодты хәбәр итергә кәрәк була. Бөтә мәғлүмәтте танышына хәбәр итеү менән уның иҫәбенән аҡса күсерелә. Аҙаҡ асыҡланыуынса енәйәтселәр элекке дуҫының социаль селтәрҙәге сәхифәһенең күсермәһенән яҙышҡан була. Һөҙөмтәлә, 35 мең аҡса юғала.

Хоҡуҡ һаҡсылары барлыҡ ғаризалар буйынса тикшереү алып бара.

Полиция хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы иғтибарлы булырға саҡыра. Таныш булмаған сит кешеләргә ышанмауҙарын, һаҡ булыуҙарын һорай.


Читайте нас: