Салауат ҡалаһы эске эштәр бүлегенә 82 йәшлек инәй мөрәжәғәт итә һәм бер нисә көн элек билдәһеҙ ҡатындарҙың ҙур суммала уның аҡсаһын урлауҙарын һөйләп бирә.
Эш былай була. Көндөҙ инәй аҙыҡ-түлек артынан магазинға сыға. Икмәк киоскы янында уға 60 йәштәр тирәһендәге ҡатын һүҙ ҡуша. Ул мөләйем иҫәнләшеп, әңгәмә ҡора башлай. Күп тә үтмәй, былар янына тағы ла йәшерәк бер ханым килеп баҫа. Әңгәмә барышында билдәһеҙ ҡатындар әбейҙә сихыр булыуын әйтә һәм уны махсус йола ярҙамында ғына сығарып булыуын әйтә. Бының өсөн аҡса, дөрөҫөрәге, тупланған бөтә аҡсаларҙың да талап ителеүен әйтергә онотмай мутлашыусылар.
Оло йәштәге кеше киң мәғлүмәт сараларынан ошондай осраҡтар тураһында ишетеп-белһә лә, ниңәлер быларға ышана. Уларға өйҙә - туғыҙ, банкта 127 меңдән ашыу аҡсаһы булыуын да һөйләп бирә. Уларҙы үҙ ҡулы менән уғрыларға тотороп сығара. Тегеләре, еүәл бер тәүлектән һуң аҡсаларҙы кире ҡайтарып бирәбеҙ, тип ышандыра.
Әлбиттә, аҡсанан да, ҡатындарҙан да елдәр иҫә.
- Әлеге ваҡытта мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү эше алып барыла. Видеокүҙәтеү камераһы ярҙамында ҡатындарҙың береһенең ниндәйерәк икәнлеген төҫмөрләй алдыҡ. Әле уның кемлеген асыҡлау һәм артабан уны ҡулға алыу буйынса саралар уҙғарыла, - тип һөйләй тәфтишсе, юстиция капитаны Алексей Казанцев.
Фотолағы ҡатындың кемлеген белһәгеҙ, был турала эске эштәр бүлегенә хәбәр итеүегеҙ һорала. Телефон: 02 (102), (83476) 37-96-02. Эске эштәр министрлығының «Ышаныс телефоны»на шылтырата алаһығыҙ: (347) 279-32-92.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡала халҡына тағы бер тапҡыр үтенес менән мөрәжәғәт итә: уяулығығыҙҙы юғалтмағыҙ, таныш булмаған кешеләр менән аралашмағыҙ, бөтә мәғлүмәтте ентекле тикшерегеҙ.