газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
30 Июль 2019, 11:21

Бурыстарҙы үтәргә һәр саҡ әҙербеҙ

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат буйынса бүлегендә 2019 йылдың тәүге ярты йыллығына оператив-хеҙмәт эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды.

Ултырышта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Йәмәғәт тәртибе һағын ойоштороу буйынса идаралыҡ начальнигы, полиция полковнигы Александр Миронов, ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов, ҡала прокуроры урынбаҫары, беренсе класс юрисы Алесандр Стрельников ҡатнашты.

Кәңәшмә Салауат эске эштәр бүлегенең штаб начальнигы, эске хеҙмәт подполковнигы Ленара Сирбаеваның ағымдағы йылдың алты айы эсендәге ҡала полицияһы коллективының эш һөҙөмтәләре хаҡындағы докладынан башланып китте. Салауат ҡалаһы территорияһында криминаль хәл теркәләгән енәйәттәрҙең кәмеүе менән айырылып тора. Ҡала хоҡуҡ һаҡсылары алып барған саралар һөҙөмтәһендә ауыр енәйәттәр, автомобиль транспорттарынан, фатирҙарҙан урлашыу, телефон урлау, талау кеүек енәйәттәр һанын аҙайтыуға ирешелгән. Шулай уҡ балиғ булмағандар һәм алдан язаға тарттырылғандар тарафынан башҡарылған енәйәттәрҙе кәметеү күҙәтелә.

Административ практикала ла ыңғай динамика күҙәтелә. ЮХХДИ һәм миграция һорауҙары буйынса бүлек белешмәләрен иҫәпкә алмағанда ла 2019 йылдың беренсе ярты йыллығында 5 мең граждан административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, 1,6 миллион һумдан ашыу штраф һалынған.

Штаб начальнигы үҙенең сығышында оператив-хеҙмәт эшмәкәрлегендәге етешһеҙлектәрҙе лә билдәләп китте һәм уларҙы бөтөрөү буйынса тәҡдимдәрен дә индерҙе. Иҫкәрмәләр буйынса ҡала полицияһының хеҙмәт һәм бүлексәләре етәкселәре лә тыңланды.

Һуңынан саҡырылған ҡунаҡтарға һүҙ бирелде. Улар полиция хеҙмәткәрҙәренә йәмәғәт тәртибе һәм хәүефһеҙлеге һағындағы уңышлы эштәре өсөн рәхмәт белдереп, артабан да тырышып хеҙмәт итеүҙәрен теләне.

Ултырыш һуңында Салауат эске эштәр бүлеге начальнигы Илмир Фәхретдинов ҡала полицияһының шәхси составы эшкә булдыҡлы һәм хоҡуҡ, тәртип һаҡлау йүнәлешендә ҡуйылған бурыстарҙы үтәп сығырға әҙер, тип ышандырҙы.

Шулай уҡ республика Эске эштәр министрлығының Йәмәғәт тәртибе һағын ойоштороу идаралығы начальнигы граждандарҙы ҡабул итте. Барлыҡ мөрәжәғәт итеүселәргә профессиональ юридик ярҙам күрһәтелде.


Читайте нас: