газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
6 Май 2019, 10:51

Велосипедың урынындамы?

Ҡар иреп бөттө, ҡала халҡы экологик транспорт төрө - велосипедтарға ултырҙы. Ҡыҙғанысҡа күрә, был ике тәгәрмәсле «тимер ат»тарға йыш ҡына енәйәтселәр «айыу майы» һөртөргә аптырап тормай.

Әлеге ваҡытҡа Салауат эске эштәр бүлеге велосипедтарҙы урлау факты буйынса 5 енәйәт эшен ҡуҙғатҡан. Дүрт осраҡта ла хужалары йорт подъездарында ҡалдырып киткән. Шуға ла ҡала полицияһы үҙегеҙҙең милкегеҙгә һаҡcыл ҡарашта булырға саҡыра.

Ошо көндәрҙә 51 йәшлек ҡатын «Сингер», 22 йәшлек егет «Форвард», 24 йәшлек ҡыҙ «Ларсен» маркалы велосипедынан ҡолаҡ ҡаға. Уларҙың барыһы ла милектәрен подъезда ҡалдырған булған. Урланған әйберҙәрҙең хаҡы 5 меңдән алып 10 меңгә тиклем. Урлау факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Хөрмәтле граждандар, милкегеҙҙе һаҡлағыҙ, иғтибарлы булығыҙ!


Читайте нас: