газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
26 Апрель 2019, 10:34

Законлы һәм әхлаҡи ярҙам күрһәтеүсе

Иртәгә Бөтә Рәсәй Нотариус көнө билдәләнә. Уларҙың эшенә ҡағылышлы яңылыҡтар бармы, хәҙерге заманда мәғлүмәти технологиялар ҡулланыламы? Ғөмүмән, был өлкә хеҙмәткәрҙәренең бурыстары тураһында Нотариус контораһы етәксеһе Лилиә Дауытова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Лилиә Миңлеғәли ҡыҙы, ни өсөн тап нотариус һөнәрен һайланығыҙ?

- 2001 йылда Башҡорт дәүләт университеты Стәрле-тамаҡ филиалының юридик факультетын тамамланым. 2009 йылда, адвокат булып эшләгән әхирәтемдең тәҡдиме буйынса, нотариат өлкәһендә үҙ көсөмдө һынап ҡарарға булдым. Салауат ҡалаһында Сәриә Петрованың нотариаль контораһына стажер булып эшкә урынлаштым. Тәжрибәле һәм белемле остазым күп нәмәгә өйрәтте. Һуңынан нотариаль эшмәкәрлеге хоҡуғы лицензияһын алып, 2012 йылда хеҙмәткә тотондом.

- Нотариус ниндәй эштәр башҡара?

- Ул физик һәм юридик шәхестәргә хоҡуҡтарын яҡ-лауҙа ярҙам күрһәтергә, бурыстарын аңлатырға, нотариаль эшмәкәрлектең эҙемтәләре тураһында иҫкәр-тергә бурыслы.

- Һөнәрегеҙ нимәһе менән үҙенсәлекле? Уның өҫтөнлөгө һәм ыңғай яҡтары.

- Беренсе сиратта, граж-дандарға һөнәри белемебеҙ һәм тәжрибәбеҙ менән ярҙам итә алабыҙ. Ваҡытында күрһәтелгән юридик ярҙам арҡаһында бәлки кемдеңдер яҙмышы йәки ғүмере һаҡланып ҡалғандыр. Һөнәрем ҡағыҙ эше генә түгел, тағы ла төрлө кешеләр менән аралашыу ҙа. Һәр килгән кешегә закон буйынса ла, әхлаҡи яҡтан да ярҙам итәбеҙ.

- Һеҙҙеңсә, нотариус ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?

- Иғтибарлылыҡ, баҫалҡы-лыҡ, яуаплылыҡ, проблема-ларҙың асылын күрә белеү мөһим. Нотариус, конфликт судҡа барып етмәһен өсөн, килеп тыуған бәхәсле хәлдәрҙе асыҡларға, яйға һалырға бурыслы. Юриспруденцияның бөтә өлкәһендә лә эшләй алыу талап ителә.

- Рәсәй закондары үҙгәреп тора, нотариустың бөтә үҙгәрештәрҙе белеүе мотлаҡ. Һөнәри кимәлегеҙҙе нисек үҫтерәһегеҙ?

- Нотариустар өсөн хоҡуҡи конференциялар, семинар, форумдар ойошторола. Феде-раль нотариаль һәм төбәк палаталар махсус курстар үткәрә. Китап-журналдар алдырабыҙ.

- Ошо өлкәлә эшләргә теләүсе йәштәргә теләктәрегеҙ.

- Уларға даими аң кимәлен үҫтерергә кәңәш итер инем. Минеңсә, был иң мөһиме. Бөтә юристар ҙа, шул иҫәптән, нотариустар ҙа һөнәри яҡтан ғына түгел, ә шәхси яҡтан да үҫергә тейеш. Һәр ваҡыт үҙ алдыңа маҡсаттар ҡуйыу, үҙеңде һәм эшеңде камиллаштырыу кәрәк.

- Киң таралған нотариаль эштәр...

- Килешеүҙәр төҙөү, доку-менттар күсермәһенең дөрөҫ-лөгөн раҫлау, мираҫҡа хоҡуҡ тураһында танытма биреү.

- Васыятнамә, бүләк итеү һәм рента килешеүҙәр нимәһе менән айырыла?

- Бүләк итеүҙе аңлайһығыҙҙыр инде. Рента - капитал, мөлкәт йәки ерҙән, бер ниндәй көс түкмәй, даими алына торған килем. Васыятнамә - кеше үҙе иҫән сағында мөлкәтен кемгәлер рәсмиләштереп ҡалдыра. Ул, бүләк итеү һәм рента килешеүенән айырмалы рә-үештә, милексе иҫән сағында бер ниндәй ҙә хоҡуҡ бирмәй.

- Никах килешеүе мотлаҡмы? Ғөмүмән, уны беҙҙең ҡалала төҙөүселәр бармы?

- Ул - буласаҡ ир менән ҡатындың үҙ-ара килешеп, никахҡа инер алдынан, йә никахта булғанда төҙөлгән документ. Документ айы-рылышҡан осраҡта ир менән ҡатындың мөлкәт хоҡуҡтарын билдәләй, нин-дәйҙер шәхси милкенә дәғүә итмәүҙе күҙ уңында тота. Әлеге ваҡытта Әсәлек капиталын файҙаланып алын-ған күсемһеҙ милектең өлөш-тәрен бүлеүҙә ир менән ҡа-тын һәм балалар араһында никах килешеүе элементтары ҡулланыла. Ә ир менән ҡатын араһында был килешеү ул тиклем йыш төҙөлмәй.

- Нотариус эшендә заманса мәғлүмәти технологиялар йыш ҡулланыламы?

- Нотариус хәҙер документ-тарҙы электрон формала әҙерләй ала. 2014 йылдың 1 июленән нотариус башҡарған эштәр тураһында мәғлүмәт һаҡланған махсус Берҙәм система эшләй башланы.

- Быйылғы йылда нотариусҡа ҡағылышлы яңылыҡтар бармы?

- 1 февралдән нотариаль конторалар Рәсәй реестры менән үҙ-ара килешеп эшләүҙең яңы форматына күсте. Атап әйткәндә: нота-риус васыятнамәгә хоҡуҡ тураһында танытманы, йә килешеүҙе раҫлағандан һуң, документтарҙы теркәү өсөн Рәсәй реестрына электрон төрҙә ебәрергә бурыслы. Граждандарҙан бер ниндәй ҙә сығым талап ителмәй. Күсемһеҙ милек менән төрлө килешеүҙәр төҙөү арзан һәм уңайлы буласаҡ. Нотариус эше «берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса ойошторола. Йәки нотариатҡа мөрәжәғәт иткәс тә, бер барыуҙа уҡ килешеү төҙөргә лә, милек хоҡуғын теркәргә лә була. Рәсәй реестрына, күп функциялы үҙәккә шәхси мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.


Читайте нас: