газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
26 Апрель 2019, 10:35

Башҡаса газонға ҡуймағыҙ! Штраф ҡаты

Яңыраҡ Башҡортостанда газондарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында автомобилдәрен ҡалдырып киткән кешеләргә штраф индерелде. Яңы закон бу-йынса һорауҙар күп. Салауат эске эштәр бүлегенең административ ҡануниәтте башҡарыу буйынса бүлексә начальнигы Ольга Мостафина уларҙың ҡайһы берҙәренә аңлатма бирҙе.

- Ольга Васильевна, штрафтарҙың күләме нисек билдәләнгән?

- Газондарҙа парковка өсөн граждандарға - 1-2 мең һум, вазифалы кешеләргә - 5-10 мең һум, юридик берәмектәргә 20-30 мең һум штраф ҡаралған. Ҡабаттан хоҡуҡ боҙған өсөн штраф күберәк була: граждандарға - 3-4 мең һум, вазифалы кешеләргә - 15-20 мең һум, юридик берәмектәргә - 35-50 мең һум.

- Штрафтарҙы кем һала?

- Закон буйынса протокол-дарҙы административ комис-сия төҙөй һәм улар уҡ штраф һала. Был комиссия һәр муниципалитетта бар. Уларҙың телефондарын ҡала сайтының «Административ комиссия» бүлегендә табырға мөмкин.

- Водителгә штраф һалынһын өсөн, кешеләргә газондағы автомобилдәрҙе фотоға төшөрөп ебәрергә яраймы?

- Эйе, мөмкин. Фото һәм видео дәлил булып торасаҡ. Тик бының өсөн түбәндәге шарттарҙы үтәргә кәрәк. Беренсенән, был аноним хәбәр булырға тейеш түгел. Гражданға махсус бланк тултырыу мотлаҡ, ул Юстиция буйынса дәүләт комитетының сайтында бар. Икенсенән, фото һәм видео сифатлы булырға, машинаның номеры күренергә тейеш. Өсөнсөнән, ғаризаны административ комиссияның электрон почтаһына ебәреү йәки адрес буйынса килтереү талап ителә.

- Ә кеше үҙенең мөрәжәғәтенең нисек хәл ителеүен белә аламы?

- Ялыу - рәсми мөрәжәғәт, ул «РФ граждандарының мөрәжәғәтен ҡарау тәртибе тураһында»ғы законға инә. Шуға ла электрон адресығыҙға административ комиссияның ҡабул ителгән ҡарары хаҡында хәбәр ебәрелә.

- Әгәр ҙә кеше үҙенең автомобилен ышаныс ҡағыҙы буйынса һатҡан икән, йәки уны урлаһалар, ни өсөн уға штраф һалынырға тейеш?

- Фотоға төшөргән ваҡытта машина менән башҡа кеше ҡулланһа, уны иҫбатларға мөмкин. Шул ваҡытта штрафты мотлаҡ водителгә һаласаҡтар.

- Әгәр ҙә штрафты 20 көн эсендә түләһәң, 50 процентлы ташлама ҡаралғанмы?

- Ундай ташламалар бар, ләкин был машинаны газондарға ҡалдырған өсөн һалынған штрафтарға ҡағылмай.

- Ни өсөн машиналарҙы тротуарҙарға ҡуйғанға яуаплылыҡ ҡаралмаған?

- Бындай штраф бар. Тротуарҙа автомобилде ҡалдырған өсөн 1 мең һум штраф түләтелә, ә Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта - 3 мең. Штрафтарҙы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һала.

- Автомобилдең газонға килтергән зарары иҫәпләнәме?

- Юҡ. Был статья буйынса яуаплылыҡ килтерелгән ҡаза-ның күләменә ҡарамай.

- Салауат водителдәренә штрафтар һалына башланымы?

- Газондарҙа автомобил-дәрен ҡалдырып китеү осраҡтары буйынса 300-ҙән ашыу эш ҡаралды. 150-нән артыҡ водителгә 1 мең һум күләмендә штраф һалынды.

- «Газон»дар төшөнсәһенә нимә инә?

- Законда «йәшеллән-дерелгән территория» тигән термин бар. Был - ҡойма ташы (поребрик, бордюр) менән сикләнгән һәм тротуар, велосипед юлдары менән сиктәш булған үлән, сәскә, ағас, ҡыуаҡлыҡтар менән ҡапланған ер участкаһы.

- Һорауҙар булһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

- Яңы закон буйынса мәғлүмәтте үҙегеҙҙең адми-нистратив комиссияның секре-тарына шылтыратып белеп була. Ә тәртип боҙолғанда БР Юстиция эштәре буйынса дәү-ләт комитетының администра-тив комиссия эше бүлегенең (347) 218-10-34 телефонына шылтыратырға.


Читайте нас: