газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
16 Апрель 2019, 10:57

Эләкмәгеҙ ҡапҡанға

Әлеге көндә банк картаһы менән бөтә граждандар ҙа ҡуллана. Карта иҫәбенә эш хаҡы, пособиелар күсә. Улар ярҙамында сауҙа объекттарында, терминалдарҙа иҫәпләшеп була. Был, әлбиттә, уңайлы ысул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яуыз ниәтле әҙәмдәр уны үҙҙәренең файҙаһына ҡуллана. Шуға ла тәфтишселәр һәм тәүтикшереүселәр банк карталарынан аҡса урлау факттары буйынса тиҫтәләгән енәйәт эшен ҡуҙғата.

Шулай 40 йәштәрҙәге ир, интернет аша кредит займын рәсмиләштерәм тип, яуыз ниәтле әҙәмдәрҙең ҡапҡанына эләгә. Ул ниндәйҙер коммерция банкынан кредит алыу өсөн ғариза ебәрә. Иртәгәһенә уға бер ҡатын шылтыратып, үҙен банк хеҙмәткәре тип таныштырып, һорауҙар яуҙырған булып, ниндәйҙер булһа ла банк картаһы бармы-юҡмы икәнлеген һораша. Картаһының барлығын белгәс, иргә кредит тарихының насар булыуы, уны яҡшыртыу өсөн билдәләнгән иҫәпкә 5 мең һумдан ашыу аҡса күсерергә кәрәклеген әйтә. Ир кәрәкле сумманы һала. Тик аралашсы бының менән генә туҡтамай, кредитты страховкалау өсөн 20 мең һум аҡса күсерергә кәрәк, ти. Был аҡса ирҙең карта иҫәбендә булмай сыға. Бер нисә көндән һуң кредит алыусыға страховка хаҡында иҫенә төшөрәләр. Бынан һуң ир банкка барып аралашсыһына аҡса ебәрә. Уға телефон аша шылтыратып, тиҙҙән курьерҙың кредит килешеүен килтерәсәген һәм уның хеҙмәте өсөн 9 мең һум түләргә кәрәклеген әйтәләр. Ир ҡаршылашып маташһа ла, банк хеҙмәткәре аҡсаны тиҙ арала күсереүҙе талап итә. Салауат кешеһе уға буйһоноп аҡса күсерергә мәжбүр була. Тик бер аҙҙан тағы ла карта иҫәбенә 10 мең һум күсерергә тигән ҡаты талап килә. Был әҙәм тамам ғәжәпләнеп банк хеҙмәтенән баш тартыуын белдереп, аҡсаны кире ҡайтарыуҙы һорай. Өс көндән һуң аҡсаны кире ҡайтарабыҙ тип вәғәҙәләгән, банк хеҙмәткәре юҡҡа сыға. Ир үҙенең аҡсаһын кире көтөп ала алмағас, аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡанын аңлап, полицияға мөрәжәғәт итә. Әле тикшереү эштәре алып барыла, мутлыҡ ҡылыу буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатыу тураһында һорау хәл ителә.


Читайте нас: