газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
22 Февраль 2019, 10:43

«Дедовщина» булманы,

- ти үҙенең армияла хеҙмәт иткән осоро тураһында Илфат Мракаев Беҙҙең егеттәребеҙ ил именлеге, донъя тыныслығы өсөн яуаплылыҡты борон-борондан үҙ өҫтөнә алған. Ватанын, үҙ төйәген һөйөү, һаҡлау тойғоһо улар күңеленә бала саҡтан һалынған. Бөгөн илһөйәрлек төшөнсәһенең баһаһы, бәҫе бармы? Һис һүҙһеҙ, ысын патриоттар барҙыр, тип уйлайым.

Быны дәлилләп, Салауат эске эштәр бүлегендә патруль-пост хеҙмәтендә эшләп йөрөүсе өлкән сержант Илфат Мракаев хаҡында яҙып үтмәксемен. Ул әрмелә хеҙмәт итеп кенә ҡалмай, тормошон тыуған илде, тәртип һағын һаҡлауға арнаған һөнәрҙе һайлаған.

Егет 2004 йылда армия сафына алына. Һарытау өлкәһенең Балашов ҡалаһында биш ай буйы хәрби уҡыуҙар үтә. Бында Башҡортостандан бик күп егеттәр була. Илфат аҙаҡ Мәскәү өлкәһенә хәрби-һауа ғәскәрҙәренең 53521-се часына йүнәлтелә. Унда Чкаловский аэродромында самолеттарҙы яғыулыҡ менән заправкалаусы булып хеҙмәт итә. Ҡыйыу, һәр заданиены еренә еткереп башҡарыусы егетте бүлек командиры итеп үрләтәләр. Тыуған ил алдында бурысын өлгөлө үтәгәне өсөн Илфат Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.

- Мин ике йыл армияла булдым. Лицейҙа уҡыған осорҙа ятаҡтағы егеттәр менән аралашыу, кәңәштәрен тыңлау сос, йылғыр булырға ярҙам итте. Әле егеттәр тик 1 йыл ғына хеҙмәт итә. Шул ике йылды кире ҡайтарыр инем. «Дедовщина»нан да ҡурҡырға ярамай, һәр хәлдә мин хеҙмәт иткән осорҙа ундай нәмә булманы. Мин иртәнәнән ҡараңғы төшкәнсе руль артында йөрөнөм. Ял итеп алырға ла ваҡыт ҡалмай торғайны. Армия минең өсөн йәп-йәш егеттән ҡыйыу ир-атҡа әйләнеп ҡайта торған сынығыу мәктәбе ул, - ти Илфат Мракаев.


Читайте нас: