газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
1 Февраль 2019, 10:59

«Студент десанты»

Салауат полиция бүлеге һәм уға ҡараған Йәмәғәт советы күптән йолаға әйләнгән «Студент десанты» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты. Был сара Рәсәй студенттары көнөнә арналғайны.

Полиция хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренә ҡунаҡҡа Салауат индустриаль колледжы студенттарын саҡырҙы. Ҡала эске эштәр бүлегенең Йәмәғәт советы ағзаһы Виктор Давыдков йәштәргә ҡала полицияһының барлыҡҡа килеү тарихын һөйләп ишеттерҙе, хеҙмәт урындары һәм бүлексәләр буйлап экскурсия үткәрҙе. Кесе инспектор-кинолог Марсель Әсфәтуллин кинология үҙәгендә студенттарға үҙенең Алекс исемле немец овчаркаһының оҫталығын күрһәтте. Эксперт-криминалист, полиция капитаны Азамат Бикбаев «Папилон» автоматлаштырылған дактилоскопия системаһы, кеше бармаҡтары эҙҙәренең үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне.

Студенттар дежур часында беренсе килгән ғаризалар эше, хоҡуҡ һаҡсыларына енәйәттәрҙе һәм тәртип боҙоуҙарҙы асыҡларға ярҙам иткән «Хәүефһеҙ ҡала» видео күҙәтеү системалары менән танышты.

Бер нисә студент килә-сәктә үҙҙәренең яҙмыш-тарын эске эштәр бүлеге эше менән бәйләргә, ЮХХДИ бүлексәләрендә һәм патруль-пост хеҙмәтендә стажировка үтергә хәл итеүҙәрен белдерҙе.


Читайте нас: