газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
18 Ғинуар 2019, 10:28

Документ әйләнешенең тылсымсылары

20 ғинуарҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығы системаһында режим һәм эш башҡарыу хеҙмәте барлыҡҡа килеүенә 215 йыл тула. Әгәр ҙә эске эштәр системаһында штаб бүлектәре мейе тип иҫәпләнһә, режим һәм эш башҡарыу бүлексәһен ҡан әйләнеше системаһы тип атап була. Сөнки Салауат эске эштәр бүлегенең режим һәм эш башҡарыу бүлексәһе граждандарҙың ғаризаларын теркәүҙән башлап, эштәрҙе архивҡа тегеп тапшырыу менән тамамланған барлыҡ документтар әйләнешен тәьмин итә.

Ҡала полицияһының режим һәм эш башҡарыу бүлегендә гүзәл заттар ғына эшләй. Был юҡҡа түгел. Түҙемлек, иғтибарлылыҡ, әҙәплелек, бер эштән икенсеһенә етеҙ генә күсә алыу, ҡайһы саҡта нәзәкәтлек - эш башҡарыусыларға тап ошо сифаттар хас булырға тейеш.

2016 йылдан Салауат эске эштәр бүлегендә мәғлүмәт-тәрҙе заманса әҙерләү сис-темаһы, йәғни электрон доку-менттар әйләнеше уңышлы эшләп килә. Хаттарҙың күп өлөшө компьютер ярҙамында теркәлә. 2018 йылда ғына ҡала полицияһында 72 мең документ ҡабул ителгән.

Бүлектә сер итеп һаҡлана торған, йәшерен документтар ҙа бар. Хеҙмәткәрҙәр анонимлыҡ режимын һаҡлай. Тәү ҡарашҡа бүлектең эше ситтәргә ябай ғына күренә. Әммә бурыстар күп, үрҙә әйтелгәндәрҙән тыш, етәкселектең резолюциялары, граждандарҙың мөрәжәғәте буйынса килгән һорауҙар һәм уларға яуаптар һәр ваҡыт контролдә тотола. Һуңғыһы буйынса яҙмалар үткән йылда 1700-ҙән ашып киткән.

Бөтә был эштәр эске хеҙмәттең өлкән лейтенанты Динара Мөхәмәтйәрова етәксе-легендәге нескә дүрт ҡатын-ҡыҙҙан торған төркөм иңенә һалынған. Документтарҙы алып барыусы Елена Сидорова, Светлана Муллагилдина һәм Регина Вәлиева - ҙур хеҙмәт стажы булған белгестәр. Уларҙың һәр береһенә айырым йүнәлеш буйынса эш беркетелгән.

Ҡыҙҙар бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөй, ғаиләләре менән ялға сыға, тренажер залдарында шөғөлләнә. Дуҫ коллективҡа һәр бурыс та еңел бирелә.

- Полицияла эшләү ир-атҡа ғына хас, тиһәк тә, хоҡуҡ, тәртип һаҡлау органдарында егеттәрсә таһыллыҡ, һалҡын аҡыл, ныҡлылыҡ менән айырылып торған гүзәл заттарыбыҙ ҙа байтаҡ. Хеҙмәттәштәрем менән ғорурлана алам, улар үҙ эштәрен белә, бурыстарын еренә еткереп башҡара. Беҙгә ҙур юл күрһәткән ветерандарыбыҙ Зөлфирә Ғүмәрованы, Римма Әхтәмованы һәм хеҙмәттәштә-ремдең барыһын да байрамы-быҙ айҡанлы ҡотлайым, - ти Динара Миңлезакир ҡыҙы.


Читайте нас: