Ул хөкөм ителгән яҡынына күстәнәскә аҙыҡ-түлек килтерә. Бешкән тауыҡтар эсенә әйберҙәр ҙә тыға. Учреждениеның хәүефһеҙлек хеҙмәте тауыҡтар эсенән 15 кеҫә телефоны, 13 сим-карта, 2 модем, WI-FI роутер табып ала. Тыйылған әйберҙәрҙе индерергә маташҡаны өсөн, күстәнәс һалыусыға штраф түләргә тура киләсәк.