газета "Салауат"
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
4 Декабрь 2018, 11:28

Тып-тып тама аҡсалар

Кешенең тиҙ ышанып барыу-санлығының осо-ҡырайы юҡ. Салауат эске эштәр бүлегенә килгән ғаризаларға күҙ һалһаң, урындағы халыҡ тағы ла алдаҡсылар ҡапҡанына эләгә.

64 йәшлек ҡатынға бер ай элек билдәһеҙ кешеләр, үҙҙәрен банк хеҙмәткәрҙәре тип танытып, аҡсалата түләү ҡаралғанлығы хаҡында хәбәр итә. 12 мең һум аҡсаны күсереү өсөн бары тик бөтә банк карталарының, шул иҫәптән кире яғындағы һандарын әйтергә кәрәк, ти улар. Ханым быларҙың барыһын да, хатта паролдәрен да әйтеп һала. Шылтыратыусы шунда уҡ телефонын һүндерә, ә ҡатынға картаһынан 5 мең һум аҡсаның юҡҡа сығыуы хаҡында смс-хәбәр килә. Ул тәүҙә был турала полицияға мөрәжәғәт итмәй. Бер нисә көндән һуң уға кредит картаһы буйынса бурыстары барлығы хаҡында тағы ла бер смс килә. Ҡатындың кредит картаһы ысынында була, тик уның менән ул бер ҙә ҡулланмаған. Банк бүлексәһендә бисара 5 меңенән тыш тағы ла 20 мең һумынан ҡолаҡ ҡағыуын белә. Алдаҡсылар был аҡсаны электрон түләү системалары аша алған булып сыға.

Яуыз ниәтле әҙәмдәр 18 йәшлек ҡыҙҙың да 10 мең һум аҡсаһын урлай. Ул «Авито» сайтында музыка колонкаһын һатырға ҡуя. Башта уның телефонына билдәһеҙ номерҙан аҡса күсеүе тураһында смс хәбәр килә. Был сумманы алыу өсөн һылтанма буйынса инергә кәрәклеге яҙыла. Ҡыҙыҡай уның тауарын һатып алырға теләйҙәр тип, бар ҡушҡандарҙы ла башҡара. Аҙаҡ телефонында бер ниндәй ҙә операциялар башҡара алмай. Уға тик банк картаһынан аҡса китеүе хаҡында ғына смс-тар килә. Һөҙөмтәлә вирустар арҡаһында бахырҙың иҫәбенән 10700 һум аҡсаһы юҡҡа сыға.

Ҡала полицияһы зыян күреүселәрҙең ғаризаһы буйынса тикшереү эштәре алып бара. Сит кешеләр менән аралашҡанда һаҡ булығыҙ, банк карталарының номерҙарын бер кемгә лә хәбәр итмәгеҙ.


Читайте нас: