газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
16 Ноябрь 2018, 11:09

Улар һәр ваҡыт хәүефһеҙлек һағында

Полиция хеҙмәткәрҙәре ғәҙәттә һөнәри байрамын эш урынында үткәрә. Патруль-пост, оператив бүлексәләр, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге, ведомствонан тыш һаҡ, тәфтиш һәм башҡа хеҙмәт вәкилдәре халыҡ хәүефһеҙлеге һағында тора. Шулай ҙа Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнөн киң билдәләмәү мөмкин түгел. Ҡайҙа ғына хеҙмәт итһә лә юғары һөнәри оҫталығы, тәрән яуаплылыҡ тойғоһо, фиҙаҡәрлек һәм батырлығы менән билдәле булған хоҡуҡ һаҡсыларын ҡотлау, хеҙмәттәрен баһалау мөһим.

Ҡалабыҙҙың эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләү тантанаһы “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә үтте. Салауат хоҡуҡ һаҡсыларын ҡотларға бик күп абруйлы ҡунаҡтар йыйылды: ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Нил Ғабдрахманов, ҡала прокуроры Александр Иванов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Суфия Етеханова, дин әһелдәре, төрлө ведомство, ойошма вәкилдәре. Улар ҡала полицияһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре алдында торған яуаплы бурыстарҙы уңышлы үтәүе, терроризмға, дини экстремизмға ҡаршы көрәшәүе, граждандарҙы яҡлауы, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы, наркома-нияның таралыуын, үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең криминаль эшмәкәрлеккә юлығыуын иҫкәртеүе, ғөмүмән, йәмғиәт хәүефһеҙлеге һағына индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшө хаҡында әйтте. Еңел булмаған хеҙмәттәрендә сыҙамлыҡ, ҡыйыулыҡ теләне. Хәрби бурысын үтәгәндә баш һалғандарҙы байрамға килеүселәр бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

Хеҙмәткәрҙәр араһында эштәрендә юғары һөҙөмтәләргә ирешкән, енәйәтселеккә ҡаршы көрәш алып барыу һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлау эшендә үҙенең намыҫлы хеҙмәте менән айырылып торғандар ҙа бар. Улар ҡала хакимиәтенең, эске эштәр органдарының Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнде, бер төркөм хоҡуҡ һаҡсыларына миҙалдар ҙа тапшырылды. Ә һәүәҫкәр артистар хоҡуҡ һаҡсыларына үҙҙәренең йыр, бейеүҙәрен бүләк итте.


Читайте нас: