газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
12 Ноябрь 2018, 11:14

Ютанан ҡасып ҡотола алмаҫһың

Юта ҡушаматлы эт Салауат полицейскийҙарына наркотиктар табырға ярҙам иткән.

Оперативниктар ҡулға алыныусының йәшәү урынын тикшергәндә хеҙмәт эте 120 граммдан ашыу марихуана таба. Тыйылған үҫентеләр менән ҡумта шәхси йорттоң сарлағына йәшерелгән була. Каннабистың хужаһы - наркотиктар һаҡлаған өсөн элек хөкөм ителгән 50 йәшлек ир.

Билдәле булыуынса, предприятие хеҙмәткәре эшендә төшкө аш мәлендә марихуана тартыу менән мауыға. Ирҙең был ғәҙәте хаҡында Салауат эске эштәр бүлегенең наркотиктар әйләнешенә ҡаршы контроль буйынса бүлексә хеҙмәткәрҙәренә билдәле була. Ошо көндәрҙә оператив-тикшереү саралары барышында полицейскийҙар шикле кешене урында ҡулға ала. Оперативниктар уның куртка кеҫәһенән марихуаналы ике папирос таба.

Шикле кешенең йәшәү урынын тентеү полицейский кинолог һәм уның дүрт аяҡлы дуҫы Юта ҡатнашлығында үтә. Немец овчаркаһы йорт сарла-ғында ятҡан каннабислы ҡалай ҡумтаны тиҙ генә таба. Экспертиза күрһәтеүенсә, унда 120 грамдан ашыу марихуана ятҡан була.

Хужаның һүҙҙәренә ҡара-ғанда, законһыҙ үҫентене ул үҙе ҡулланыу өсөн генә һаҡлаған. Ваҡыты менән ул наркотиктарҙы эшкә килтереп төшкө ял мәлендә тартып алған. Быға тиклем дә ир Енәйәт кодексының ошо статья-һы буйынса яуаплылылыҡҡа тарттырылған булған. Хәҙер ҡулға алыныусының криминаль биографияһына сираттағы срок өҫтәләсәк.

Илле йәшлек ирҙе енәйәт язаһы көтә. Уға ҡарата РФ Енәйәт Кодексының 228-се статьяһының 2-се часына ярашлы, ҙур күләмдә наркотиктарҙы законһыҙ ҡулланыуы, һаҡлауы, йөрөтөүе, әҙерләүе өсөн енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ.


Читайте нас: