Ейәнсура егете Наил Ринат улына Башҡорт дәүләт университетының физкультура бүлегендә уҡығанда полицейский булырға тигән уй килә. Үҙенең районында эш булмағанлыҡтан, Салауат ҡалаһына йүнәлтмә ала. Бында ул балиғ булмағандар эше буйынса инспектор вазифаһында эш башлай. 2013 йылдан алып 1-се административ биләмәнең полиция участковыйы уполномоченныйы итеп күсерелә һәм әле лә шунда ал-ял белмәй хеҙмәт итә. Хәҙерге ҡатмарлы заманда ҡыйынлыҡтар, мәшәҡәттәр тыуып ҡына тора. Бергәләп, бер маҡсатта эшләгәндә генә енәйәтселекте еңеп, уның тамырын ҡоротоп, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы “ауыҙлыҡлап” буласағын Наил Хәлитов яҡшы аңлай.
Участковый уполномоченныйына кем генә мөрәжәғәт итһә лә - бер ваҡытта ла законды боҙмаған тәртипле гражданинмы, йәки енәйәтсеме - тәртип һаҡсыһы уның менән иҫәпләшә, яҡшы мөғәлләмәлә булырға, хәленән килгәнсә ярҙам күрһәтергә тырыша. Наил Ринат улы өлгөлө хеҙмәте өсөн бик күп дипломдар, грамоталар һәм хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн III дәрәжә миҙалы менән наградланған.
- Һөнәрем бик тә оҡшай. Бер туған ҡустым Рөстәм Әбйәлил районында полицияла хеҙмәт итә. Эшкә килгәс иртән оперативкаға юлланабыҙ. Унда төрлө проблемаларҙы хәл итеү юлдары ҡарала, пландар төҙөлә. Көн оҙоно бүлмәлә генә ултырмайбыҙ, шылтыратыуҙар һәм йүнәлтмәләр буйынса енәйәт башҡарылған ергә юлланабыҙ. Төрмәнән сыҡҡан, шартлы хөкөм ителгәндәрҙең, йыш янъял ҡуптарыусыларҙың, наркологик иҫәптә торғандарҙың, психик ауырыуҙарҙың, имен булмаған ғаиләләрҙең йәшәү урындары буйынса ай һайын йөрөп сығабыҙ. Эш аҙағында ҡоралды һаҡлау камераһына ҡалдырып, башҡарылған эштәргә отчет биреп ҡайтып китәбеҙ. Элегерәк урамда урлау кеүек енәйәттәр булһа, хәҙер интернет аша алдатыуҙар күп, - ти Наил Хәлитов.
Полицейскийға эшенең уңышлы барыуы өсөн иң мөһиме - уны аңлаған һәм һағынып көтөп торған ғаиләһенең булыуы. Тормош иптәше һәм ике балаһы - уның ғүмер юлдашы. Наил Ринат улы яуаплы һәм ғәҙел тәптип һаҡсыларының береһе булараҡ ял һәм байрам көндәре менән иҫәпләшмәйенсә, тәүлек әйләнәһенә халыҡҡа хеҙмәт итә.