газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
9 Ноябрь 2018, 11:01

Анттарына тоғролар һәм намыҫлылар

Рәсәй Эске эштәр министр-лығының Салауат ҡалаһы бүлеге етәкселеге һәм үҙемдең исемдән барығыҙҙы ла Эске эштәр органдары хеҙмәткәре көнө менән ысын йөрәктән ихлас ҡотлайым!

Бөгөн бер һөнәри байрамыбыҙҙы ғына түгел, ә ҙур тарихи датаны - Рәсәй полицияһының 300 йыллығын билдәләйбеҙ. Үҙенең тарихында полиция әллә күпме үҙгәрештәр кисергән, исемдәрен дә алыштырған, мәгәр ул, дәүләт власының мөһим бер структураһы булараҡ, һәр ваҡыт элек-электән ата-бабаларыбыҙ һалған изге традицияларҙан ситкә тайпылмай. Ә ул традициялар - йәмғиәттә тәртип булдырыу, граждандарҙың именлеген һаҡлау, илдә, республикабыҙҙа, үҙебеҙ йәшәгән ҡалала тыныслыҡ тәьмин итеү. Беҙгә граждандарҙың законлы хоҡуҡтарын һаҡлау кеүек юғары ҡиммәттәр ышанып тапшырылған һәм Салауат ҡалаһы полицияһы үҙ иңдәренә төшкән бурыстарҙы уңышлы тормошҡа ашыра.

Беҙҙең эшмәкәрлек киң йәмә-ғәтселектең даими иғтибар үҙәгендә, граждандар беҙҙән һәр ваҡыт һөҙөмтәле эш көтә. Салауат ҡалаһы полиция хеҙмәткәрҙәре алдарына ҡуйылған бурыстарҙы намыҫлы үтәү өсөн барыһын да эшләйәсәктәренә, енәйәтселек менән көрәшеүҙе һөҙәмтәлерәк итеренә иманым камил.

Ваҡытығыҙҙы ла, сәләмәтлегегеҙҙе лә йәлләмәй йәш коллегаларығыҙға ярҙам күрһәткәнегеҙ, ҙур тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашҡанығыҙ өсөн һеҙгә ихлас рәхмәтлебеҙ, ҡәҙерле ветерандар!

Беҙ, йәш быуын вәкилдәре, ҡурҡыныс алдында баҙап ҡалмай, ғүмерҙәренең ахырына ҡәҙәре биргән анттарына тоғро булған хоҡуҡ һаҡсылары алдарында башыбыҙҙы эйәбеҙ һәм уларҙың батырлыҡтарын бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ.

Ошо матур байрам уңайынан беҙгә таяныс булған, беҙҙе хәстәрләп торған туғандарыбыҙға, яҡындарыбыҙға ла рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерге килә. Ышаныслы тылыбыҙ булғанға күрә беҙҙең эштәребеҙ ҙә уңышлы бара, һөҙөмтәләр ҙә күренә.

Хөрмәтле коллегалар! Ҡәҙерле ветерандар! Тағы ла бер тапҡыр һеҙгә күңелемдең иң түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм! Йәмәғәт тыныслығын һаҡлағанда һәр ваҡыт үҙегеҙҙең көсөгөҙгә һәм намыҫығыҙға таянығыҙ. Һеҙгә сәләмәтлек, еңел булмаған хеҙмәтегеҙҙә уңыштар, ғаилә тыныслығы, бәхет теләйем!

Ихтирам менән,

Илмир Фәхретдинов,

Салауат эске эштәр бүлеге начальнигы, полиция полковнигы.


Читайте нас: