газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
2 Ноябрь 2018, 10:42

Эштең ауыры уның иңендә

Суд приставтары - дәүләт һәм ябай кешеләр өсөн бик тә кәрәкле, әммә ҙур көсөргәнешлекте талап иткән хеҙмәт. Унда физик яҡтан ғына түгел, ә рухи яҡтан да ныҡ кешеләр генә эшләй ала. Ошо йәһәттән беҙҙең Салауат суд приставтарын тик ыңғай яҡтан телгә алырға була. Сөнки бында үҙ эшен яратҡан һәм уның мөһимлеген аңлаған кешеләр эшләй.

Юстицияның II класлы юрисы Әлфинә Хәсәнова ҡалабыҙҙың суд приставтары хеҙмәтендә 2013 йылдан алып алименттар төркөмө буйынса суд приставы вазифаһын башҡара. Тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ булған ҡыҙҙы гәзиткә яҙыу өсөн беҙгә эш урынынан етәкселеләре тәҡдим итте.

Был мөләйем йөҙлө, нәзәҡәтле гүзәл зат иңенә яуаплы, ауыр эште алған. Протоколдар тултырыу, алиментсылар менән осрашыу, көн-төн тип тормай, башҡарыу производствоһы буйынса бурыслыларҙың йәшәгән урындарына йөрөп сығыу - быларҙың барыһы ла ҙур профессионаллек һәм ныҡлыҡ талап итә. «Беҙ ҡаланың опека бүлеге, балиғ булмағандар эше буйынса бүлексә һәм башҡа ведомстволар менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Алиментсыларҙың күпселеге эшһеҙ, ата-әсәһенең елкәһендә көн күреүселәр ҙә бар. Араларында атайҙарҙың ғына түгел, балаларын ҡарамай, уларҙы хәмергә алыштырған әсәйҙәрҙең булыуы үтә аяныслы. Ундайҙарҙан балалары тартып алынып, үҙҙәре суд тарафынан ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителә. Эсеүҙән тыйылып, тәүбәгә килеп, балаларын кире ҡайтарыр юлдарын эҙләйһе лә бит. Юҡ шул...» - ти һыҙланып Әлфинә. Уның әйтеүенсә, айырылышып алиментҡа биреүселәр һаны йылдан-йыл арта. Шуға ла суд приставының эше лә бик күп.

Ниндәй генә кешеләр менән осрашырға тура килмәй уға. Холоҡтарын күрһәтеүселәр ҙә, алама итеп аралашыусылар ҙа табыла. Үҙен тыныс тоторға тырыша белгес. Хәйер, Әлфинә Әҡсән ҡыҙының зарланыуын йәки төшөнкөлөккә бирелеүен түгел, кәйефһеҙ йөрөгән сағын да күрмәҫһең. Үҙ эшенең оҫтаһы ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәләр ҙә, ул шунда уҡ барыһын да ябай халыҡ теле менән аңлатып бирә, алтынға бәрәбәр кәңәштәрен дә йәлләмәй.

- Беҙҙең бүлектә һәр ҡайһыһы үҙенә йөкмәтелгән хеҙмәт бу-рыстарын намыҫ менән башҡара. Ә миңә килгәндә, эшемде яратам, үҙемде башҡа һөнәрҙә күҙ алдына ла килтерә алмайым. Тик балаларыма ғына ваҡыт аҙыраҡ ҡала, - ти Әлфинә Әҡсән ҡыҙы.

Әйтергә кәрәк, бар булмышы, тормошо менән үрнәк булған, юғары про-фессиональ һыҙаттары менән һоҡлан-дырған Әлфинә Хәсәнованың тормош иптәше лә Салауат эске эштәр бүле-гендә хеҙмәт итә. Ике ул үҫтерәләр улар.


Читайте нас: