газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
5 Октябрь 2018, 10:39

Проблемаларҙы уртаға һалып хәл иттеләр

Ҡалала Салауат эске эштәр бүлеге ҡарамағындағы Йәмәғәт һағы советының сираттағы ултырышы үтте.

Сараны Салауат эске эштәр бүлеге начальнигы, полиция полковнигы Илмир Фәхретдинов асты. Йыйылышта ҡаралған тәүге темаларҙың береһе - коррупцияға ҡаршы көрәш. Быйыл полицейскийҙар иҡтисади йүнәлештәге 46 енәйәтте асыҡла-ған. Ошо хаҡта коррупцияға ҡаршы һәм иҡтисади хәүефһеҙлек бүлеге оперуполномоченныйы доклад менән сығыш яһап, был категорияға ҡараған енәйәттәр хаҡында бер нисә миҫал килтерҙе.

Артабан йыйылыусылар наркотиктар әйләнешен контролләү буйынса бүлек оперуполномоченныйының отчетын тыңланы. Полицейскийҙарҙың был йүнәлештәге эшенең ыңғай һөҙөмтәләре бар. Наркотик матдәләрҙең законһыҙ әйләнешенә бәйле 205 енәйәт асыҡлаған, шуларҙың 133-ө һатыу факты буйынса. 9 килограмдан ашыу наркотик тартып алынған. Хоҡуҡ һаҡсылары профилактика һорауҙарын да күҙ уңынан сығармай, ҡаланың уҡыу йорттарында наркотиктарҙың зыяны хаҡында лекциялар уҡый, видеофильмдар күрһәтә.

Йәмәғәт һағы советы ағзаһы Руслан Сафиканов йыйылыусыларға ҡулға алыныусыларҙы ваҡытлыса урынлаштырыу изоляторы, административ тәртиптә ҡулға алынғандарҙы урынлаштырыу урынын тикшереү һөҙөмтәләре һәм ҡала полицияһының халыҡҡа дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү сифаты хаҡында һөйләне.

Сарала Салауатта криминоген хәлде кәметеү маҡсатындағы тәҡдимдәр ҙә индерелде. Совет ағзаһы, педагог-психолог Ирина Барковская ҡайһы бер ата-әсәләрҙең балалар менән тейешле кимәлдә аралашмауын, көндәлек эш-мәшәҡәттәргә бәйле ғәзиздәренең нисек уҡыуы, ялдарын нисек үткәреүҙәре тураһында ҡыҙыҡһынмауын, уҡыусыларға контроль кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Совет осорондағы кеүек ата-әсәләр дружинаһын булдырыу хаҡында һүҙ алып барылды.

Гөлнора Йәми
Читайте нас: