Ҡала магазиндарында һатыусы булып эшләүсе 43 йәшлек ханым уны талауҙары тураһында полицияға хәбәр итә. Даими һатып алыусыларҙың береһе сауҙа үҙәгенә килеп ҡатындан аҡса талап итә. Һатыусы юғалып ҡала, унан ниндәй аҡса таптырыуҙарын аңлап та етмәй. Ир ҡапыл магазин хеҙмәткәрен этеп ебәрә лә, касса аппаратын алып ергә ырғыта. Ҡумтанан аҡсалар ҡойола. Талаусы 8300 һумды алып сығып, ҡасыу яғын ҡарай. 36 йәшлек шикле әҙәмде «ҡыҙыу эҙҙәр» буйынса ҡулға алалар.
Төнөн билдәһеҙ кеше ҡаланың белем биреү учреждениеларының береһенең тәҙрәһен ватып, унан дүрт система блогы һәм ике монитор урлай. Тикшереү-оператив төркөм енәйәтсенең эҙенә төшөп, енәйәт башҡарыуҙа шикле кешене асыҡлай. Оперативниктар ике көндән һуң 32 йәшлек әҙәмде ҡулға ала. Урланған әйберҙәр тартып алына, тикшереү эштәре алып барыла.
Дежур часына ғариза менән 51 йәшлек ҡатын да мөрә-жәғәт итә. Бер көн элек социаль селтәрҙәрҙең береһенән ханымдан элекке танышы банк картаһына аҡса күсереүҙе һорай. Ҡатын шунда уҡ уның үтенесен башҡара һәм яҙылған иҫәпкә 9 мең һумын күсерә. Әммә күпмелер ваҡыттан һуң аҡсаны яуыз ниәтле кешеләргә күсергәнен белеп ҡала. Алдатыу факты буйынса тикшереү эштәре алып барыла, енәйәт эшен ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә хәл ителә.
Ҡала халҡын тағы ла бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ! Иғтибарлы булығыҙ, мутлашыусыларға һеҙҙе алдатырға форсат бирмәгеҙ.