газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
21 Сентябрь 2018, 13:29

Шешәләштәрең бур булып ҡуймаһын...

Шешәләштәрең бур булып ҡуймаһын...

Ваҡиға урынына шунда уҡ тикшереү-оператив төркөм килеп етә. Полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, 32 йәшлек ир-егет Островский урамындағы йорттарҙың береһендә буш торған фатирын ҡарарға килгән. Йорто янында «төшөрөп алған» бер төркөм әҙәмдәрҙе күреп ҡала. Тәмәке тартып алыу һылтауы менән улар янында туҡтала. Былар үҙ-ара һөйләшеп алып китә, эсеп тә алалар. Бер аҙ ваҡыттан һуң ир яңы шешәләш дуҫтарын байрамды дауам итергә тип, үҙенең фатирына саҡыра. Уның һүҙен компаниялағы бер кеше генә хуплай. Икәүләп улар фатирға менә.

Фатирға ингәс, ир хужанан смартфонын һорап ала. Быныһы риза була. Ҡунаҡ икенсе бүлмәгә инеп телефондан һөйләшкәндән һуң, шым ғына фатирҙан шыла. Ир ишек тауышын ишетеп, нимәлер һиҙгәндәй, тышҡа сыға һәм дуҫтарынан урланған әйберҙе талап итә. Ярһыған бур был иргә ташлана, башына һәм битенә бер нисә тапҡыр тондора. Зыян күреүсе үҙе өсөн ҡурҡып, полициянан ярҙам һорар өсөн күршеһенә йүгерә. Һөжүм итеүселәр тиҙ арала таралыша.

- Зыян күреүсе мөрәжәғәте буйынса шунда уҡ махсус операция иғлан ителде. Һөҙөмтәлә, патруль-пост хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре шикле кешене ҡулға алды. 31 йәшлек ир енәйәт башҡарыуын таныны, урланған смартфон тартып алынды, - ти Салауат эске эштәр бүлегенең өлкән тикшереүсеһе, юстиция майоры Оксана Хван.

Бер нисә тапҡыр милеккә бәйле енәйәттәр башҡарғаны өсөн хөкөм ителгән әҙәм суд ҡарары сыҡҡансы һаҡ аҫтында ҡаласаҡ. Ул холоҡ төҙәтеү колонияһынан ике ай элек кенә азат ителгән булған. Уға, кеше ғүмеренә һәм һаулығына зыян килтереп әйбер талағаны өсөн, РФ Енәйәт кодексы нигеҙендә 7 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.


Читайте нас: