газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
14 Сентябрь 2018, 11:09

Өйҙә нимә барлығын күршеңә лә һөйләмә...

Салауат эске эштәр бүлеге быйыл ҡалала үҙҙәрен социаль хеҙмәткәрҙәр, коммуналь хеҙмәт эшселәре тип танытып, аҙыҡ-түлек һатабыҙ, өшкөрәбеҙ тип, кешеләрҙән аҡса урлау факты буйынса13 енәйәтте теркәгән.

Мәҫәлән, быйыл февралдә билдәһеҙ кешеләр газ ойошмаһы эшселәре тип алдатып, 95 йәш-лек әбейҙең фатирына инеп 100 мең һумын урлаған. Март айын-да торлаҡ-көнкүреш комиссияһы белгестәре менән аралашҡандан һуң, 82 йәшлек пенсионерҙың 7500 һум аҡсаһы юҡҡа сыға. Августа 89 йәшлек әбейҙең һыу иҫәпләгестәрен тикшергәндән һуң, 18 мең аҡсаһы юғала. Ә 86 йәшлек ҡатынды өшкөрөп, 250 мең һум аҡсаһын алдатып алып сығып киткәндәр. Был турала тулы мәғлүмәт гәзитебеҙҙең алдағы һандарында донъя күрҙе.

Бөтә осраҡтарҙа ла яуыз ниәтле әҙәмдәрҙе зыян күреү-селәр үҙҙәре фатирҙарына индергән. Бөтә факттар буйынса ла енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү эштәре алып барыла.

Ҡыҙғанысҡа күрә, енәйәт-селәр тоҙағына оло кешеләр эләгә. Улар яҡлауһыҙ һәм тиҙ ышанып барыусан. Күптәре яң-ғыҙ йәшәй. Кешенең яуыз уйлы әҙәм икәнен алдан билдәләү өлкәндәр өсөн ауыр, сөнки мутлашыусылар яҡшы кейенгән, ололарҙың ышанысын яуларлыҡ итеп һөйләшә белә, үҙҙәрендә шик тыуҙырмай. Шулай ҙа иғтибарлы булырға, факттарҙы тикшерергә кәрәк.

Был төр енәйәттәрҙе булдырмау өсөн Салауат эске эштәр бүлеге профилактик саралар үткәрә. Ҡала гәзиттәрендә, телевидениела таралған енәйәттәр төрө тураһында мәғлүмәт, хеҙмәт коллективтарында аңлатыу эштәре алып барыла. Тик был ғына етмәй. Йәшерәк-тәр үҙҙәренең туғандарын һәм күршеләрен ҡурсаларға тейеш. Таныш булмаған кешеләргә ишегегеҙҙе асмағыҙ, мөлкәтегеҙ хаҡында ситтәргә һөйләп бармағыҙ.


Читайте нас: