газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
31 Август 2018, 11:17

Патруль-пост хеҙмәтендә бер көн

Патруль-пост хеҙмәтенең эш көнө нисек үткәнен беләһегеҙме? Күптәр, уны енәйәтселәрҙе баҫтырыуҙар, ҡулға алыуҙар, атыштар менән генә бәйле, тип уйлайҙыр. Юҡ икән шул, хоҡуҡ һаҡсылары, өҫтәүенә, енәйәттәрҙе профилактикалайҙар, йәмәғәт тәртибен дә һаҡлайҙар икән. Мин быға хеҙмәткәрҙәр менән бергә патрулгә сыҡҡас инандым.

Иртәнге һигеҙ. Тәртип һаҡсылары тикшереү-оператив төркөмдәр менән берлектә иртәнге сафҡа теҙелгән, инструктаж бара. Смена начальнигын барыһы ла иғтибар менән тыңлай, ҡуйылған бурыстарҙы ҡағыҙға теркәй. Бынан һуң патруль-пост хеҙмәтенең айырым батальон командиры урынбаҫары Марсель Сәйетғәлиев хоҡуҡ һаҡсыларының эшкә әҙерлеген тикшерә.

Ике полицейский ҙа эске эштәр органдарында 2006 йылдан алып хеҙмәт итә. Һәр ваҡыт бер бүлектә улар. Ғаиләләре, икешәр балалары бар. БР буйынса Эске эштәр министрлығының уҡыу үҙәгендә бергә белем алғандар. Ике дуҫ Өфөлә үткән БРИКС саммитына командировкаға ебәрелә. Ғәзим 2016-2017 йылдарҙа Төньяҡ-Кавказ төбәгендә тәртип һаҡлай.

Бына Өфө урамында урынлашҡан йорттарҙың береһенә килеп еттек. Урлашыуҙа ғәйепле ирҙең өйҙәме икәнлеген белергә иҫәбебеҙ. Әммә фатирында булмай сыҡты. Автомобилгә ултырғайныҡ ҡына, рациянан подъездан велосипед урлауҙары тураһында хәбәр килде. Енәйәт күрше генә йортта башҡарылған. Шунда ашыҡтыҡ.

Ун ике ҡатлы йорт подъезы алдында беҙҙе зыян күреүселәр көтә ине. Малай велосипедын төнгөлөккә беренсе ҡаттың йылытыу батареяһына трос менән беркетеп ҡуйған икән. Иртән ҡараһалар, “тимер ат”тан елдәр иҫкән. Хәлдең айышына төшөнгәс, полиция старшинаһы Ғәзим Ғүмәров рациянан бөтә мәғлүмәтте дежур часына тапшырҙы. Уныһы инде енәйәт урынына тикшереү-оператив төркөмдө ебәрә. Уларҙы көткән арала патрулдәгеләр биләмәне тикшерә, видеокүҙәтеү ҡоролмаларының барлығын һораша. Күршеләрҙән, кем нимә ишеткәнен белешәбеҙ. Әммә видеокүҙәтеү ҡоролмалары булмай сыҡты, күршеләре лә бер ни күрмәгән дә, ишетмәгән дә.

Тикшереү-оператив төркөм килеп етте, ә беҙ машинаға ултырып ары киттек. Форсаттан файҙаланып нисек хеҙмәт итеүҙәре тураһында төпсөнөүемде дауам иттем.

- Яҡшы. Әммә һәр көн дә бер төрлө булмай. Ҡайһы ваҡыт көнөбөҙ тыныс уҙа, иртәндән алып мәж килеүҙәр ҙә булғылай. Йома, ял көндәре һәм төнөн эш күберәк эләгә. Әммә беҙ быға күнеккәнбеҙ, зарланмайбыҙ, - тип яуаплай Ришат.

Бына рациянан Өфө урамында урынлашҡан кафе янында ун минут элек аҡ төҫтәге “семерка”ның урланыуы хаҡында хәбәр иттеләр. Махсус операция иғлан ителде. Шунда уҡ Губкин һәм Ленинград урамы киҫелешенә табан елдерәбеҙ. Ғәзим һәм Ришат эҙләнгән автомобиль күҙгә салынмаҫмы, тип тирә-яҡты ҡарай.

Әйтелгән урынға килеп еттек. Иғтибар менән үтеп киткән һәр машинаны күҙәтәбеҙ. 15 минуттан һуң теге “тимер ат” килеп сыҡмаһынмы… Ғәзим Ғүмәров уны туҡтата. Бында инде был уҡыу операцияһы икәнлеге билдәле булды. Автопатруль үҙенең бурысын үтәне. Артабан юлды дауам итәбеҙ. Ленинград урамынан барғанда бер ир күҙгә салынды. Патруль хеҙмәткәрҙәре был әҙәмдән машиналар йөрөй торған ике юл араһында ни эшләүен һорашты. Ҡыҫҡа һөйләшеүҙән ирҙең неврология ауырыуы менән сирләүен белдек. Ул аҙашҡан булып сыҡты. Ярай әле адресын иҫләй. Машинаға ултыртып, өйөнә тиклем илттек.

Өфө урамынан барғанда трамвай юлынан үтеүсе өс ирҙе күреп ҡалдыҡ. Улар һыуытҡыс тотоп алғандар. Бәлки урлағандарҙыр, тигән һорау тыуҙы барыбыҙҙа ла. Туҡтаныҡ. Һыуытҡыс хужаһы ла шунда ине. Асыҡланыуынса, уны күршеһенә биргән икән. Гаражынан барып алғандар. Тикшергәс, бының дөрөҫлөгөнә ышандыҡ.

Йәйәүле патруль беҙҙең менән рация аша бәйләнешкә инеп, административ хоҡуҡ боҙғаны өсөн ҡулға алынған бер әҙәмде ҡала поли-цияһының дежур часына алып барыуҙы һорай. Шулай эшләнек тә.

Сираттағы хәбәр-намә ҡатындың фатир асҡысын юғалтыуы һәм өйөнә керә алмауы тураһында ине. Горький урамына киттек. Беҙҙе 39 йәшлек ҡатын ҡаршы алды. Ул асҡысын сүп-сар контейнерына яңылыш ырғытыуы ихтималлығы тураһында әйтте. Был эштән ҡайтҡанда ғына иҫенә төшә. Һауытты коммуналь хеҙмәт эшселәре бушатып өлгөргәйне. Ә ишек яңы, бер аҙна элек кенә алыштырылған. Тағы ла ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт иттек. Улар ярҙамында фатирға үтеп индек. Ишек тә, тәҙрә лә емерелмәне. Хужа ҡатын рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Ғәзим документтар тултырған арала дежур часынан яңы белдереү килде. Билдәһеҙ кешеләр бер ҡатындың ҙур сумма аҡсаһын урлаған. Ленин урамына юлландыҡ.

Зыян күреүсе беҙҙе подъезд алдында ҡаршылай. Барыһын да һорашабыҙ. 80 йәшлек пенсионер тышта күршеһе менән хәбәр һатҡан арала яндарына билдәһеҙ ҡатын килеп бал тәҡдим итә. Ханымдар тәмләп ҡарай, береһенә оҡшай, шунда уҡ бер-ике банка һатып алырға була. Пенсионер һатыусы менән бергә дүртенсе ҡаттағы фатирына күтәрелә. Уның алдында серванттан бөтә мөлкәтен сығарып, өс мең аҡсаһын һынап алып, бал һатыусының ҡулына тоттора. Ә үҙе буш банкалар артынан балконға сыға. Хужабикә балконда соҡонған арала, теге ҡатын диванда ятып ҡалған аҡсаларҙы кеҫәһенә һала. Ҡунағын оҙатҡас ҡына әбей 62 мең һумының юғалыуын белә.

Патруль полицейскийҙары был мәғлүмәтте тикшереү-оператив төркөмөнә тапшыра. Уңарсы биләмәне тикшерә башланылар, шаһиттарҙы эҙләйҙәр.

Беҙ юлыбыҙҙы артабан дауам итәбеҙ. Тағы ла бер задание. Тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәре психик ауырыулы кешене диспансерға алып барырға ярҙам итеүҙәрен үтенә. Еңеүҙең 30 йыллығы урамына йүнәлдек. Сирлене алып медицина учреждениеһына килтерҙек.

Ошоноң менән хеҙмәт итеү ваҡыты аҙағына етте. Ун ике сәғәт минең өсөн тиҙ үтте. Эске эштәр бүлегенә кире килдек. Сменаһын тамамлаған старшина Ғәзим Ғүмәров дежур часына эш көнө тураһында отчет бирергә, документтар тапшырырға йүнәлде. Ә полицейский-водитель Ришат Сабитов – гаражға машинаны йыуырға һәм икенсе эш көнөнә әҙерләнергә ашыҡты.

Бына шулай көндән-көн наряд алышынып тора, хеҙмәт дауам итә, ә ҡала тыныс йоҡлай. Улар ысын мәғәнәһендә, тәртип һағында торған урам геройҙары, улар – полицияның патруль-пост хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре.


Читайте нас: