Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
27 Июль 2018, 11:09

Бергә эшләгәндә эш ырай

Салауатҡа эш сәфәре менән Башҡортостан буйынса эске эштәр министры, полицияның генерал-майоры Роман Деев килде.

Ул башта ҡала полицияһы бинаһы менән танышты. Аҙаҡ Салауат эске эштәр бүлегенең 2018 йылдың тәүге ярты йыллығында оператив-хеҙмәт эшмәкәрлеге йомғаҡтары буйынса кәңәшмә булды. Йыйылыусылар шулай уҡ көнүҙәк проблемаларға һәм уларҙың хәл итеү юлдарына ла туҡталды. Ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов бүлек етәкселегенә һәм шәхси составҡа ведомство-ара бәйләнеш сиктәрендә намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ул Салауат эске эштәр бүлеге тарафынан балиғ булмағандар эше буйынса, административ комиссияларға, милләт-ара килешеүҙе нығытыу буйынса советҡа, хоҡуҡ боҙоуҙарға һәм наркотиктарға ҡаршы комиссияға ҙур ярҙам күрһәтелеүен әйтеп үтте.

Кәңәшмә аҙағында саҡырылған ҡунаҡтар полиция хеҙмәткәрҙәренә тәртип һаҡлауҙа әүҙем хеҙмәттәшлек, йәмәғәт һағы хәүефһеҙлегендә еңел булмаған хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте.

Артабан Роман Деев Салауат эске эштәр бүлегенең миграция һорауҙары буйынса бүлексәһендә һәм йәмәғәт тәртибе һағы бинаһында булды.


Читайте нас: