газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
14 Май 2018, 11:05

Етмеш өсөнсө тапҡыр Еңеү яҙы балҡыны

9 май календарь биттәрендә юҡҡа ғына ҡыҙыл төҫ менән билдәләнмәй, сөнки тап 73 йыл элек беҙҙең ата - бабаларыбыҙ, олатайҙарыбыҙ яуыз фашистарҙы тар-мар итеп, халҡы-быҙға тыныс тормош бүләк итә. Был көндә беҙ дошман рейхстагының ҡолауы өсөн бөтә көсөн һалғандарҙы иҫкә алабыҙ, уларға рәхмәт әйтәбеҙ. Еңеү көнө уңайынан 4-се холоҡ төҙәтеү колонияһында ҙур сара үтте.

Башта Бөйөк Ватан һуғышы, эске хеҙмәт ветерандары һәм шәхси составтан торған «Үлемһеҙ полк» үтте. Яугирҙәр һуғыш йылдары хаҡындағы иҫтәлектәре менән бүлеште, йәштәргә өгөт-нәси-хәттәрен еткерҙе. Аҡһаҡалдарҙың һу-ғыш тураһында һөйләгәндә күптәрҙең йөҙҙәрен һағыш баҫты. Һәр бер һүҙҙәре уйландырҙы, күңелгә үтеп инде. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәрип Юлтимеров хоҡуҡ һаҡсылары алдында ялҡынлы телмәре менән сығыш яһаны. Ул бындай һуғыштың башҡа бер ҡасан да булмауын теләне.

- Күгебеҙ аяҙ, яҙҙарыбыҙ ҡояшлы, тормошобоҙ тыныс, яҡын кешеләребеҙ яныбыҙҙа булһын! Тыныс тормош, Бөйөк Еңеү яула-ғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, хөрмәтле ветерандар! Ҡайғы-хәсрәт күр-мәйенсә йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ, сәләмәт булығыҙ, бәхетле, оҙон ғүмер кисерегеҙ! - тине колония начальнигы полковник Сергей Исахин.

Кадрҙар бүлеге начальнигы, майор Константин Славченко әйтеүенсә, улар бер ҙә ветерандарҙы онотмай, хөрмәтләй, ярҙам күрһәтә.

Сарала яңы эшкә килеүселәр хәрби ант бирҙе. Уларға колония етәкселеге артабанғы эштәрендә уңыштар һәм түҙемлек теләне. Шулай уҡ ул был көндө яҡшы эшләгән хеҙмәткәрҙәргә ведомство наградалары ла тапшырылды.

Һәр йылдағыса асыҡ һауала һалдат кухняһы әҙерләнгәйне. Ветерандар һәм сараға килеүселәр ҡарабойҙай бутҡаһын тәмләп, ауыҙҙы бешереп торған сәй менән һыйланды.
Читайте нас: