газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
13 Апрель 2018, 12:22

Зәки Вәлидиҙең тыуған төйәгендә

“Аҡбуҙат” йәмәғәт ойошмаһы активистары Башҡортостан дәүләтселегенә нигеҙ һалыусы, ғалим, тюрколог Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуған төйәгенә экскурсия ойошторҙо. Алдан “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмдәрендә сәйәхәткә ҡушылырға теләүселәр өсөн иғлан бирелгән. Ике тиҫтәгә яҡын кеше йыйылғас, автобус яллап барып ҡайтҡандар.

Көҙән ауылына килеп кереү менән республиканың башында тороусы билдәле яҡташыбыҙҙың ҡылған эштәрен йөрәктәребеҙ аша үткәреп оло тулҡынланыу кисерҙек, ти экскурсияға ҡушылыусы Лиана Булатова. Вәлидиҙең йорт-музейы алдында салауаттарҙы Кәрим Шәйәхмәтов ҡаршы алған. Ул билдәле яҡташтарының тормош юлы, сәйәси эшмәкәрлеге хаҡында ентекле бәйән иткән.

- Был сәйәхәткә тәүгә барҙыҡ. Музей үҙенең күркәмлеге, экспонаттар байлығы менән таң ҡалдырҙы. Зәки Вәлидиҙең шәжәрәһе менән танышыу, арҙаҡлы шәхесебеҙҙең нисек халыҡ өсөн янып йәшәүе, эшмәкәрле-ге тураһында бе-леү бик фәһемле булды. Экскурсияға балаларыбыҙҙың да ҡушылыуының тәрбиәүи әһәмиәте ҙур ине. Уларҙа башҡорттарҙың элекке йәшәйешен сағылдырған көнкүреш әйберҙәре ҡыҙыҡһыныу уятты. Шуға күрә Салауат ҡалаһының мәктәп балалары өсөн ошондай сәйәхәттәр ойошторолһа, бик һәйбәт булыр ине, - ти ”Аҡбуҙат” ағзаһы Лиана Булатова.
Читайте нас: