газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
16 Март 2018, 11:43

Гүйә 90-сы йылдар кире ҡайтты...

Элегерәк хәүеф-хәтәр була ҡалһа, күптәр белмәй ҙә ҡала торғайны. Хәҙер интернет заманаһы, хәбәрҙәр шул уҡ минутында ер шарын йәшен тиҙлегеләй әйләнеп үтә.

Элегерәк хәүеф-хәтәр була ҡалһа, күптәр белмәй ҙә ҡала торғайны. Хәҙер интернет заманаһы, хәбәрҙәр шул уҡ минутында ер шарын йәшен тиҙлегеләй әйләнеп үтә.

Ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһының «Платина» клубындағы шаҡ ҡатырғыс ғәҙәттән тыш хәл шунда уҡ сайттарҙа урын алды. Интернет селтәрҙәрендә төнгө мәшхәр хаҡында видеояҙмалар таралды. Битлек кейгән билдәһеҙ 20-ләгән ир клубҡа баҫып инә. Юлбаҫарҙар травматик ҡоралдарҙан һаҡсыларға һәм гардеробсыға ата. Зыян күреүселәр медицина ярҙамына мөрәжәғәт итә. Бәхеткә күрә, барыһы ла тере. Клуб йыһаздарына зыян килтерелә.

Социаль селтәрҙәрҙә боулинг-клубтың етәксеһен ҡурҡытып алырға теләгәндәр, тигән фараздар бар. Был баҫҡынсыларға ҡарата «хулиганлыҡ» статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.

Әлеге лә баяғы шул интернет... 2017 йылдың сентябрендә 21 йәшлек ирҙең ике Салауат үҫмерен туҡмауы тураһында билдәле булды. Енәйәтсе 15-16 йәшлек үҫмерҙәрҙе йыртҡыстарса йәберләй. Быларҙың барыһы ла видеоға төшөрөлә һәм интернетҡа һалына.

Һуңыраҡ, хоҡуҡ һаҡсылары ваҡиғаны асыҡлауға тотонғас, бер-нисә ай элек ошо уҡ егет урам буйлап үтеп барған 32 йәшлек иргә страйкбол өсөн тәғәйенләнгән мылтыҡ менән башына һуғыуын билдәләй. Шулай уҡ ул ҡала магазиндарының береһенән 18 меңлек штрих-код сканерын урлаған булған.

Ошо көндәрҙә был әҙәмгә хөкөм ҡарары сығарылды. Салауат ҡала суды енәйәтсене холоҡ төҙәтеү колонияһында 5 йылға иркенән мәхрүм итте. Егет үҙ ғәйебен өлөшләтә таныған.

Быға тиклем бындай ығы-зығылар, юлбаҫарҙарҙың талауы булған, әлбиттә. Тик беҙ уларҙы тегенән-бынан ишетеп кенә белә инек. Хәҙер башҡа замана. Бар нимә күҙ алдында, ваҡиғаларҙы ҡуйыртып та ебәрәләр. Әммә шуны ла оноторға ярамай: әгәр был видеояҙмалар киң йәмәғәтселеккә сығарылмаһа, енәйәт тураһында билдәле лә булмаҫ ине. Шул уҡ ваҡытта был интернеттағы дәлилдәр закон һаҡсыларына ла яуыз ниәтле кешеләрҙе, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлауға ныҡ ярҙам итә түгелме?


БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте биргән аңлатманан:

- Салауат ҡалаһы эске эштәр бүлеге оперуполномоченныйҙары һәм БР буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре енәйәтте ойоштороуҙа шикле 5 кешене ҡулға алды.

Оператив-тикшереү саралары барышында Салауат клубында хулиганлыҡ ҡылған әҙәмдәрҙең күбеһе полицияға килтерелде. Уларҙы тикшергәндә травматик һәм пневматик пистолеттар, кастет, битлектәр тартып алына.

Ҡулға алыныусының береһендә наркотик матдә лә була. Әле наркотиктарҙы һаҡлау факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Суд ҡарары буйынса ғәйепләнеү-селәрҙең икәүһе арест аҫтында. Тағы ла өсәүһенә ҡаланан ситкә сығыу тыйылды.
Читайте нас: