газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
9 Март 2018, 15:20

Полицияла ла ысын гүзәл заттар бар…

Күпселек ир-аттарҙан ғына торған коллективта ғәҙәттә шунда эшләгән ҡатын-ҡыҙ ҙа үҙ асылынан тайпылыусан. Ә бына Салауат ҡалаһы эске эштәр бүлегенең балиғ булмағандар эше буйынса бүлексәһе инспекторы, полиция капитаны Әлиә Ерофеева: “Ниндәй генә өлкәлә эшләүгә ҡарамаҫтан, ҡатын-ҡыҙ үҙенең гүзәл заттан икәнлеген онотмаҫҡа тейеш”, - ти һәм быны ул һәр ваҡыт үҙенең мөләйем, нәфис булып ҡалыуы менән иҫбатлай.

Күпселек ир-аттарҙан ғына торған коллективта ғәҙәттә шунда эшләгән ҡатын-ҡыҙ ҙа үҙ асылынан тайпылыусан. Ә бына Салауат ҡалаһы эске эштәр бүлегенең балиғ булмағандар эше буйынса бүлексәһе инспекторы, полиция капитаны Әлиә Ерофеева: “Ниндәй генә өлкәлә эшләүгә ҡарамаҫтан, ҡатын-ҡыҙ үҙенең гүзәл заттан икәнлеген онотмаҫҡа тейеш”, - ти һәм быны ул һәр ваҡыт үҙенең мөләйем, нәфис булып ҡалыуы менән иҫбатлай.

- Полицейский ҡатын-ҡыҙ эше түгел кеүек. Һеҙ был өлкәгә нисек килеп эләктегеҙ? - тип ҡыҙыҡһынам унан.

- Полиция хеҙмәтенә ҡарата тәрән ихтирам тойғоһо нәҫелдән, ғаиләнән үк бирелгәндер, тип уйлайым. Атайым мине һәр ваҡыт хәрби хеҙмәттә эшләүемде теләне. Олатайым да Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине. Мәктәптә уҡыған осорҙа хәрби кешеләргә һоҡланып ҡарай торғайным. Федоровка районы Юрматы ауылында 9-сы класты тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Салауат педагогия колледжына йүнәлдем. Ҡулыма диплом алғас, ситтән тороп юғары белем алдым. 2008 йылда Салауат эске эштәр бүлегенең балиғ булмағандар эше буйынса бүлексәһенә эшкә килдем. Башта бер аҙ икеләнеп тә алдым. Әммә электән ымһындырып торған өлкәнән баш тартыу көсһөҙлөккә тиң ине. “Булдыра алам!” тип ныҡлы ҡарарға килдем. Һайлаған һөнәрем бик оҡшай, - ти Әлиә Ринат ҡыҙы.

Гүзәл заттан булған полицейский ҡайһы саҡ ирҙәр үтәй алмаған эште лә башҡарып ҡуя. Әлиәгә насар ғаилә-ләрҙә тәрбиә-ләнгән балалар, уларҙың ата-әсәләре менән йыш аралашырға тура килә. Бындайҙар менән ҡатын-ҡыҙ һәм әсә булараҡ та һөйләшә белергә кәрәк. Әлиә Ринат ҡыҙы профессионал психолог та, һәр береһе менән уртаҡ тел таба белә.

- Һеҙҙең өлкәлә эш-ләүселәрҙең хеҙмәте тынғы-һыҙ, яуаплылыҡ көслө, талаптар юғары. Һеҙ бер юлы намыҫлы хеҙмәткәр, һөйөк-лө ҡатын һәм өлгөлө әсә булырға нисек өлгөрәһегеҙ?

- Тормош юлдашым быға тиклем полицияла эшләгәс, минең эште аңлай, күп ваҡыт ул үҙе миңә ярҙам итә. Ике малай үҫтерәбеҙ. Балаларыбыҙҙы артыҡ ир-кәләмәйбеҙ, бәләкәстән үҙаллылыҡҡа өйрәнеп, беҙҙең эште аңлап-белеп үҫәләр. Әлбиттә, уларға ваҡытты ла әҙерәк бүләм кеүек. Шулай ҙа буш ваҡыт-тарымды ғаиләмә арнарға тырышам, тәмлекәстәр менән һыйлайым, улдарыма байрамдарға кейемдәрҙе үҙем тегәм. Полиция ҡатындарына кәңәш йөҙөнән өҫтәгем килә: сабырыраҡ, кәрәк саҡта наҙлыраҡ булып, ғаилә усағының йылыһын һаҡларға тырышығыҙ, ир-ҡатын араһында мөнәсәбәттәрҙе тотороҡло итеүсе лә һеҙ, ауыр эштәрендә лә һеҙ генә ныҡлы терәк-таяныс. Дөрөҫ, мин дә гел нәзәкәтлемен тип әйтә алмайым, өҫтәүенә хеҙмәтебеҙ ваҡыты менән сая-лыҡ, ныҡышмалылыҡ талап итә, әммә гүзәл зат бар мәғәнәһендә гүзәл зат булырға ынтылырға тейеш.


Читайте нас: