Ҡалабыҙҙың туристик агентлыҡтарының береһендә директор булып эшләүсе 44 йәшлек ҡатын мутлашыусылар ҡорбанына әйләнә.
Шәмбе көн был гүзәл заттың телефонына таныш булмаған ир шылтырата. Ул үҙен Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы учреждениеның етәксеһе тип таныштыра һәм үҙенең хеҙмәткәрҙәре өсөн 200 мең һумлыҡ 4 сертификат юллауҙы һорай. Бынан тыш клиент, үҙенең телефон номерын әйтеп, сертификаттарҙы эш урынына килтереүҙе үтенә, йәнәһе үҙе ойошмала тикшереү эштәре барғанлыҡтан бушай алмай. Байрамда берәү ҙә бүләкһеҙ ҡалырға тейеш түгеллеген дә әйтә.
Эшҡыуар ҙур килешеүгә ҡыуа-нып сертификаттарҙы әҙерләй ҙә, ойошма етәксеһенә шылтырата. Уныһы инде ғәфү үтенеп, ҡатындан үҙе менән тикшереүселәргә бер нисә шешә ҡиммәтле спирты эсемлек һатып алып килеүҙе үтенә. Бисара эшҡыуар магазинға йүнәлә, тик етәксе әйткән эсемлек маркаһы булмай сыға. Был турала ул шылтыратып клиентҡа хәбәр итә. Тегенеһе кеҫә телефонына аҡса күсереүҙе һорай. Ҡатын үҙен тишек шоманға ултыртыуҙарын һиҙенмәй ҙә, бәйләнеш салонына барып, өс номерға 4-шәр мең, һәм тағы береһенә 5 мең һум аҡса һала.
Туристик агентлыҡ директоры Салауаттан сыҡҡас, мобиль ҡу-шымта аша клиенттың эш урынына барыу схемаһын эҙләй башлай. Әммә кәрәкле учреждениеның адресы булмай сыға. Шунан һуң ул тағы ла шылтырата, тик телефон һүндерелгән. Шул ваҡыт ҡына ҡатын үҙен алдағандарын аңлай.
Билдәләнеүенсә, һатып алыусы шылтыратҡан һәм аҡса күсерелгән телефон номерҙары Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә теркәлгән. Әле мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү эштәре бара.