газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
12 Ғинуар 2018, 12:51

Терроризмға юл ябыла

Үткән йылда Федераль хәүеф-һеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре 23 терактты туҡтатҡан.

Үткән йылда Федераль хәүеф-һеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре 23 терактты туҡтатҡан.

“Һуңғы 6 йылда Рәсәйҙә террористик йүнәлештә ҡабул ителгән ителгән саралар һөҙөмтәһендә башҡарылған енәйәттәр һаны 10 тапҡырға кәмене. Айырыуса радикализацияны булдырмау буйынса йәштәр араһында профилактик эштәр алып барыла”, - ти РФ Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте етәксеһе Александр Бортников.

Федераль хеҙмәт яҡын көнсығышта, Төньяҡ Африка һәм Афған-Пакистан зонаһындағы хәрби бәхәстәрҙән бое-виктарҙы сығарыуҙы ябыу мәсьәләһен хәл итеүҙе башҡарҙы. Сит илгә хәрби эшмәкәрлектә ҡатнашыу өсөн террорсылар яғына сығырға маташҡан 4,5 мең Рәсәй кешеһе асыҡланған. Миграция ағымын рәткә һалыу өсөн саралар алып барыла. 2012 йылдан алып 1 меңдән ашыу кеше легаль булмаған миграция каналын ойошторған өсөн хөкөм ителгән.
Читайте нас: