Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
22 Декабрь 2017, 10:59

Ҡырын эшең өсөн яуап бирерһең

Салауат ҡалаһы прокуратураһы 21 йәшлек егеткә ҡарата ғәйепләү ҡарарын раҫланы.

Салауат ҡалаһы прокуратураһы 21 йәшлек егеткә ҡарата ғәйепләү ҡарарын раҫланы.

Көҙ урталарында булған хәл был. Ғәйепләнеүсегә иптәше 9-сы класс уҡыусыһының дуҫ ҡыҙын кәмһетеүенә зарлана. Енәйәт эшен арыу ҡылып өлгөргән «шәп» егет ҡыйыртыусыны аҡылға ултыртмаҡсы булып, осрашыуға саҡыра. Ысын ир-егеттәрсә һөйләшеү урынына, ул 15 йәшлек үҫмерҙе һәм уның 16 йәшлек дуҫын ташландыҡ бинаға индереп туҡмай, ҡыҙ алдында ғәфү үтенергә, ҡуртымға фатир алып, улар өсөн 15 мең һумдан да кәм булмаған табын ҡорорға фарман бирә. Йәштәрҙең сәләмәтлегенә еңелсә зыян килә. Ай-һай, үҙен бигерәк әллә кемгә ҡуйған бит был әҙәм!

Яуыз ниәтле егеттең законһыҙ ҡылыҡтарын кеҫә телефоны камераһына төшөрөп, социаль селтәрҙәргә һалалар. Был енәйәтте ҡылғанға тиклем бер нисә ай элек алда ул бер сәбәпһеҙгә урамдан китеп барыусы 32 йәшлек иргә һөжүм итә, башына страйкбол өсөн кәрәкле спорт мылтығы менән һуға. Августа «Пятерочка» магазинынан, планшет тип уйлап, хаҡы 18 меңдән ашыуыраҡ булған штрихкодтар сканерын урлай. Енәйәт эше ҡала судына ебәрелгән.

Бына шулай, мажаралар яратыусы ҡыҙыу егеткә ҡылған эштәре өсөн яуап бирергә тура киләсәк.


Читайте нас: