газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
22 Декабрь 2017, 11:22

Балаларға ғаилә йылыһы кәрәк

Балиғ булмаған, ҡараусыһыҙ ҡалған балалар проблемаһы йәмғиәтебеҙҙә элек-электән көнүҙәк мәсьәлә. Был йүнәлештә дәүләт органдары һәм киң йәмәғәтселек бергәләп эш алып бара, төрлө профилактик саралар ойоштора. Шулай ҙа балиғ булмағандарҙың өйҙән сығып китеүе йәки улар араһында енәйәтселек ҙур проблемаларҙың береһе булып ҡала. Салауат ҡалаһы эске эштәр бүлегенең балиғ булмағандар эше буйынса бүлексәһенең өлкән инспекторы, полиция майоры Айгөл Фәхретдинова менән ошо хаҡта әңгәмәләштек.

Балиғ булмаған, ҡараусыһыҙ ҡалған балалар проблемаһы йәмғиәтебеҙҙә элек-электән көнүҙәк мәсьәлә. Был йүнәлештә дәүләт органдары һәм киң йәмәғәтселек бергәләп эш алып бара, төрлө профилактик саралар ойоштора. Шулай ҙа балиғ булмағандарҙың өйҙән сығып китеүе йәки улар араһында енәйәтселек ҙур проблемаларҙың береһе булып ҡала. Салауат ҡалаһы эске эштәр бүлегенең балиғ булмағандар эше буйынса бүлексәһенең өлкән инспекторы, полиция майоры Айгөл Фәхретдинова менән ошо хаҡта әңгәмәләштек.

- Айгөл Факил ҡыҙы, бүлектең эше тураһында һөйләп китһәгеҙ ине.

- Башта һандарға күҙ һалайыҡ. Быйыл 11 айҙа Салауатта балиғ булмағандар тарафынан 10 енәйәт башҡарылған. 175 хоҡуҡ боҙған бала, 175 имен булмаған ғаилә профилактик иҫәпкә алынды. Ата-әсәлек бурысын тейешенсә үтәмәгән өсөн 351 административ протокол төҙөлдө.

Беҙҙең коллективта 8 кеше эшләй, ә Салауатта 30 меңдән ашыу бала. Бер хеҙмәткәргә 4 меңгә яҡын үҫмер тап килә. Балалар һаны күп, эш ауыр. Шулай ҙа барыһына ла өлгөрөргә тырышабыҙ. Мәктәптәр, балалар баҡсалары, пси-хологтар үҙәктәре, опека һәм попечи-теллек бүлеге менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Быйыл үҫмер-ҙәр араһында енәйәтселек 73 процентҡа кәмеүе күҙә-телде. Был ҡануниәттең үҙгәреүе, йәғни балиғ булма-ғандарға ҡара-та енәйәт яуап-лылығының еңеләйтелеүе менән бәйле.

- Иҫәпкә алынған балаларҙы киләсәктә нимә көтә?

- Улар дәүләт хеҙмәтенә, структураларына эшкә инә алмай. Уҡырға, әлбиттә, керә ала. Шуның өсөн һәр балала һәм ата-әсәлә үҙеңдең ҡылығың өсөн яуаплылыҡ булырға тейеш. Беҙҙә иҫәптә торған балалар һәм ата-әсәләр үҙҙәрен яҡшы тотһа, иҫәптән алына. Быйыл 11 кеше ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителде, 6 ата-әсә хоҡуҡ төҙәтеү колонияһына эләгеү-гә бәйле иҫәптән төшөрөлдө, 10 кеше алколголь менән мауығыу сәбәпле үлгән. Шул уҡ ваҡытта 107 имен булмаған ата-әсә насар ҡылыҡтарын аңлаған, эшкә урынлашҡан. Әгәр ҙә уларға яҡындары, таныштары ярҙам итмәһә, аҡылға килә алмаҫтар ине.

- Салауатта ата-әсәләре урамда, йә өйҙө балаларын яңғыҙ, ҡарауһыҙ ҡалдырған осраҡтар күпме?

- Ҡыҙғанысҡа күрә, ата-әсәләрҙең сабыйҙарын урамда йәки өйҙә үҙҙәрен генә ҡалдырып китеү осраҡтары йыш осрай. Быйыл төрлө сәбәптәр арҡаһында 6 сабый урамда ата-әсәһеҙ йөрөгән килеш табылды. Мәҫәлән, таңғы 5-тәр тирәһендә 4 йәштәрҙәге бала яңғыҙы урам буйлап йөрөгән. Полиция хеҙмәткәрҙәре уны балалар дауаханаһына алып бара. Сабый үҙенең исеменән башҡа бер нимә лә әйтә алмай. Икенсе хәл. Ата-әсәләре бәләкәс балаларын төнөн өйҙәрендә бер үҙҙәрен генә ҡалдырып ҡайҙалыр сығып китә. Улары иһә арттарынан тышҡа сыға. Күршеләре күреп, дежур часына хәбәр итә. Балаларҙы урамдан табып алалар. Законға ярашлы, бындай әсәләргә 500 һумға тиклем штраф ҡаралған. Сумма аҙ булғанлыҡтан, улар бошоп бирмәй. Ата-әсәләрҙең ғәмһеҙ тормошо, эскелек, наркотиктар менән мауығыуы балаларҙың йәшәйешенә ҡағылмай ҡалмай. Улар ас-ялғас, көндәрен, төндәрен ҡайҙа тура килә шунда үткәрә. Мәктәпкә лә йөрөмәй. Ҡарауһыҙ ҡалған 51 баланы опека һәм попечиттеллек бүлеге тартып алды.

- Салауатта балаларына ҡарата ҡаты мөнәсәбәттә булған ғаиләләр бармы?

- Тикшереү барышында 4 ғаиләнең сабыйҙарына ҡарата ҡаты мөғәмәләлә булыуы асыҡланды. Уларҙан 7 бала тартып алынған. Социаль приюттарға, балалар йортона урынлаштырылған сабыйҙарҙың ҡайһы берҙәренең хатта кире әсәләренә ҡайтҡылары ла килмәй.

Аҙағын гәзит биттәрендә уҡығыҙ
Читайте нас: