Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
22 Декабрь 2017, 11:02

«Аҡ үлем» һатып байымаҡсы булған...

Салауатта ҙур күләмдә наркотик һатҡан кеше ҡулға алынған.

Салауатта ҙур күләмдә наркотик һатҡан кеше ҡулға алынған.34 йәшлек ир йәшерен урындар аша гашиш, амфетамин һәм экстези һатҡан, тип хәбәр итәләр БР Эске эштәр министрлығынан. Полицейскийҙар унда хәрби патрондар менән атыу өсөн ҡулайлаш-тырылған сигнал пистолеты ла таба. Гашиштың ҙур партияһын ул гаражында һаҡлаған. Төргәкте тәгәрмәс эсенә йәшергән. Наркотик матдә-нең дөйөм ауырлығы 1 килограмдан артыҡ. Ир кеше уларҙы артабан әҙләп һатыу өсөн әҙерләп ҡуйған.

Бынан тыш, хоҡуҡ һаҡсыла-ры шикле әҙәмдең фатирынан 19 патрон, сигнал пистолеты, 20 грамм амфетамин һәм 10-лап экстези дарыуын таба. Ҙур күләмдә наркотик матдә һатҡан өсөн уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Читайте нас: