газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
15 Декабрь 2017, 12:37

САМАҺЫҘЛЫҠ БӘЛӘҺЕ

Салауатта итәғәтле, бер-береһенә ихтирамлы кешеләр йәшәй. Яҡындарыбыҙҙы, дуҫ-иштәребеҙҙе байрамдар, юбилейҙар менән ҡотларға яратабыҙ беҙ, ауыр саҡтарында хәлдәрен белергә ашығабыҙ.

Салауатта итәғәтле, бер-береһенә ихтирамлы кешеләр йәшәй. Яҡындарыбыҙҙы, дуҫ-иштәребеҙҙе байрамдар, юбилейҙар менән ҡотларға яратабыҙ беҙ, ауыр саҡтарында хәлдәрен белергә ашығабыҙ.

Ана 52 йәшлек Гүзәлиә лә (әйҙә исеме шулай булһын был геройҙың) бер көндө эштән һуң әхирәтен тыуған көнө менән ҡотларға ҡанатланып килеп етә. Гүзәлиә ул көндө аҡса ла алған була, кәйеф шәп.

Самаһына килтереп кенә самаһыҙ эсәләр әхирәттәр. Хәмерҙе артыҡ эсһә лә, өйгә ҡайтырға кәрәклеген самалай Гүзәлиә. Ләкин өйөнә ҡайтып етә алмай ханым, сараһыҙҙан ниндәйҙер йорт алдындағы эскәмйәлә әүен баҙарына китә. Уянғас, сумкаһынан да, уның эсен-дәге хеҙмәт хаҡынан да, кеҫә теле-фонынан да елдәр иҫкәнен күрә.

Иртән Гүзәлиә Салауат ҡалаһының эске эштәр бүлегенә мөрәжәғәт итә. Мәгәр әйберҙәрен ҡайҙа ҡалдырған, кем алыуы ихтимал – был һорауҙарға яуап бирә алмай ханым. Өҫтөнә төшкән ҡазаны 16 меңгә баһалай ул.

Был эште тикшереүҙе Салауат эске эштәр бүлеге участковыйы, полиция лейтенанты Илгиз Йәғәфәровҡа йөкмәтәләр. Енәйәтте асырлыҡ дәлилдәрҙең наҡыҫ булыуына ҡарамаҫтан, урындағы “Анискин” ең һыҙғанып эшкә тотона.

Үҙ участкаһында йәшәгән кешеләрҙең ышанысын яулаған участковыйға граждандар ошо тирәлә көн иткән 36 йәшлек эшһеҙ ирҙең ҡапыл ғына хәлләнеп китеүе хаҡында хәбәр итәләр. Ул, имеш, өҫ-башына зиннәтле генә кейем алып кейгән, һуңғы арала магазиндан пакет тултырып аҙыҡ-түлек алып ҡайта, үҙе көн дә һалмыш. “Анискин” был шикле ир менән осраша. Йәнле генә һөйләшеү ваҡытында, участковыйҙың ҡыҫымына түҙә алмай, теге ир серҙе сисә.

Гүзәлиәнең әйберҙәре юғалған кистә, баҡтиһәң, был ир урамға сыҡҡан икән. Ни күҙе менән күрһен, подъезд алдындағы эскәмйәгә иҫерек ханым ҡунаҡлаған. Эргә-тирәлә бер кемдең дә юҡлығынан файҙаланып, ир Гүзәлиәнең сумкаһын ала ла, ҡойроҡто һыртҡа һала. Самаһыҙ сәмәй һемергән ханымдың аҡсаһы менән кеҫә телефоны йылғырбайҙың кеҫәһенә күсә, ә сумка сүп-сар һауытына оса.

Рәсәй Эске эштәр министр-лығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлеге тәфтишсеһе, юстицияның кесе лейтенанты Ольга Курамшина әйтеүенсә, шикле ир ҡылған ҡылығы тураһында һөйләп бирә. Ентекле тикшереүҙәр үткәргәндән һуң, уға ҡарата енәйәт эше асыласаҡ. Закон буйынса бындай енәйәт өсөн биш йылға ҡәҙәре иректән мәхрүм итеү ҡаралған.

Быға тиклем дә ир енәйәт яуаплылығына тарттырылған булған икән. Хәҙер уның һуңғы арала ҡалала булған башҡа енәйәттәргә ҡағылышы юҡмы икәнлеге лә тикшерелә.


Читайте нас: